-3 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар, уйындар, башватҡыстар
6 Декабрь 2018, 11:29
Бишек йыры – халҡым рухы
Бишек йыры… Ул сабый күңеленә шифалы тәьҫир итеп кенә ҡалмай, халҡыбыҙҙың моңон, телебеҙҙең йомшаҡлығын, гүзәллеген һеңдерә. «Әсәй-өләсәйҙәрҙең бишек моңо ҡанына һеңгән сабый, үҫкәс, насар кеше була алмай», «Бишек йыры – йырҙарҙың да йыры» тигән ҙур тµшµнсәләр бар халҡыбыҙҙа. Быйылғы Ғаилә йылында Әсәйҙәр көнөнә арнап үткәрелгән матур бәйге лә тап шул бишек йырына арналды. «Ейәнсура таңдары» райондың мәҙәниәт йорто, башҡорттары ҡоролтайы, Ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар советы менән берлектә ойошторған сара ғаилә мөхитен ололауҙың тәрбиәүи әһәмиәтен күрһәтеүҙе, халыҡ ижадын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Тәүгә үткәрелгән был күркәм сарала ҡатнашыусылар күп булмаһа ла, һәр сығыш үҙенсәлекле, йөкмәткеле ине. Тәүгеләрҙән булып сәхнә түренә Иҫәнғол ауылы ағинәйҙәре күтәрелде. Улар сәхнәләштергән тамаша бәпес донъяға килеүенә бәйле күп кенә ырым-йолаларҙы үҙ эсенә алды. Улар араһында ете өйҙән йыйылған ете ҡораманан «кендек күлдәге» тегеү, шулай уҡ мулла исем атағанға тиклем, шайтандар исем ҡушмаһын өсөн кендек инәһе (йүргәк) исеме биреп тороу, минең ҡарамаҡҡа, айырыуса ҡыҙыҡ булды. Өләсәйҙең – мөнәжәте, йәш әсәнең сабыйын күкрәгенә ҡыҫып йырлаған бишек йыры сығышты тулыландырҙы, йәмләне.
Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/
) уҡығыҙ уҡығыҙ
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы