Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар! Яңы йыл бәйгеләре!

Иғтибар! Яңы йыл бәйгеләре!

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй

Халҡыбыҙ араһында оҫталарыбыҙ бихисап. Уларҙың уңған ҡулдары нимә генә эшләмәй. Яңы йыл байрамы алдынан балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡыуандырып, үҙҙәренең ишек алдын генә түгел, ә ауыл урамын йәмләп ултырған ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләүселәр ҙә бар. Ошоно күҙ уңайында тотоп, редакция гәзит уҡыусылар араһында «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигән бәйге иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн ҡышҡы «сеймал»дан әкиәт геройҙары һындарын эшләп, биҙәп, уларҙы фотоға төшөрөп, редакцияға йә «Бәйләнештә»ге «Ейәнсура таңдары» төркөмөнә ебәрергә кәрәк.

Эт килтергән һөйөнөс

Туғаным, һиңә әйтәм…

Был фотоһүрәттә – быйылғы йыл хужаһы киләһе йылдыҡына – Сусҡаға «ваҡыт эстафетаһы»н тапшырған яуаплы мәл. Ә беҙҙең арала Эт Сусҡаға ниндәй наказ биргәнен ишетеүсе-белеүселәр бармы икән? Был – «Туғанҡайым, һиңә әйтәм…» бәйгеһенә ана шуларҙан, йәғни шиғри телле, йор һүҙле, шаян гәзит уҡыусыларыбыҙҙан шиғырҙар көтөп ҡалабыҙ.
Хаттарығыҙҙы редакцияға, Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 һәм [email protected] адресы буйынса 25 декабргә тиклем ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы, йә фәһемле йөкмәткегә эйә булған хаттар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк, ә авторҙарын бүләк көтә.

Редакция.
Читайте нас: