Бөтә яңылыҡтар

БҮЛӘКТӘР ЭЙӘҺЕН ТАПТЫ

Ниһайәт, “Ейәнсура таңдары” гәзитенә 2019 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу тамамланды.

Ниһайәт, “Ейәнсура таңдары” гәзитенә 2019 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу тамамланды. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто менән бағыусылар Рафиҡ Ноғоманов, Миңнийәр Хужәхмәтов һәм шәхси эшҡыуар Р. Ғөбәйҙуллин тәҡдим иткән бүләктәр гәзит уҡыусыбыҙ Айгөл Килдебаеваның (Үрген ауылы) ярҙамы менән үҙ эйәһен тапты.
Шулай итеп, бензобысҡы – Яңыбай почтаһында яҙылған Рәйлә Ҡәҙербәковаға, сәс ҡырҡыу машинкаһы – Сәғит ауылынан Ринат Йылҡыбаевҡа, һыу өсөн фильтр – Иҫәнғолдан Р.Б. Рахмасоваға, үтек – Иҙәштән Фатима Фәйрушинаға, сәйгүн – Назар ауылынан Л. Һөйөндөковаға, миксер – Үтәғолдан Минифа Иҙелбәковаға, фонарь – Яныбайҙан Дим Байбулатовҡа, балалар өсөн плед – Ибрайҙан Филүзә Аралбаеваға, автомобилсе жилеты – Үргендән Л. Карагяурға, компрессор – Үргендән С. Имелбаевҡа, бадминтон – Яңы Павловканан Г. Мырҙабулатоваға, мультиварка – Байыш ауылынан Ғәлиә Ғүмәроваға, 1л бал – Әбүләистән Фәниә Яҡшыбаеваға, Өмбәттән Рәзилә Атнағоловаға, Бикҡужанан Гөлниса Алтынсуринаға һәм фоторамалар Бикбау ауылынан Луиза Илтенбаеваға, Самаҙынан Айрат Йылҡыбаевҡа һәм шул уҡ ауылдан Б. Хәмиҙуллинға сыҡты.
Даланлыларҙан бүләктәрен алырға редакцияға 9 ғинуарҙан һуң паспорт, ИНН һәм СНИЛС-тары менән килеүҙәрен һорайбыҙ.
Читайте нас: