Донъяла булған мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе – шишмәләрҙер. Халыҡ ғүмер буйы уларҙың тылсымлы көсөнә табынған. Ә уйлап ҡараһаң, шишмә бит ул моңло бер йыр кеүек. Ниндәй генә сихри көйҙәр сығарып аҡмай ул: уның тауышында сулпылар сылтырауын да, тәңкәләр сыңын да ишетергә була. Алыҫ юлдан килеп сылтырап ағып ятҡан шишмәгә килеп сыҡһаң, уның таҙалығына, ерҙән бәреп сығыуын күреп хайран ҡалаһың, ә инде һыуын татып ҡараһаң, уның тәмлелегенә, һалҡынлығына иҫең китә. Ауылда үҫеп ҡырҙа йәшәгән кеше гел тыуған төйәген иҫкә ала, татыған шишмә һыуы, тәме уны кендек ҡаны тамған ергә тарта.
Шөкөр, тыуған еребеҙ эсәр һыу сығанаҡтарына бай. Йылғаларҙы күп һанлы шишмәләр тулыландырып ҡына тора. Хәҙер юлға яҡын ниндәй генә шишмәләр янына туҡтама, сыҡҡан урыны таш менән уратып алынған, таҙартылған, алыҫ юлдан килеп ял итергә теләүселәргә өҫтәл-ултырғыстар, хатта сүп-сар һауыты ла ҡуйылған. Һүҙ ҙә юҡ, шишмәләрҙең зауыҡ менән төҙөкләндерелгәндәре бар. Был эште ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Районда һәр ауыл биләмәһендә булған шишмә-инештәр йыл да ҡыйҙарҙан таҙартылып тора, уларҙың башланған урындары кәртәләп алына. Быйыл да иғлан ителгән шишмәләрҙе төҙөкләндереү бәйгеһенә барыһы ла дәррәү ҡушылды. Абзан ауыл биләмәһенә барғанда Юлдаш ауылына яҡын ғына ерҙә урынлашҡан “Инеш күле” шишмәһе янында эш ҡайнап тора ине. Юлдаштар был эште үҙ бурыстары тип һанап, йыл да ауылға яҡын ерҙәге шишмәләрҙе тәрбиәләп тора. 10 майҙа Бөрйән шишмәһен таҙалағандар, уның янына сәскәләр ҙә ултыртҡан уңған ҡатын-ҡыҙҙар. Ә быныһына инде ҙурҙан ҡубып тотонғандар: Инеш күле шишмәһенең сыҡҡан урынын рәшәткә менән уратып алғандар, улар буялған, шишмә тирәләп өйҙән килтерелгән сәскәләр ултыртыла, сәй эсеү урыны ла хәстәрләп, өҫтө ябылған, хатта ки бына тигән таҡталарҙан бәҙрәф тә эшләнгән, ул да буяласаҡ. Был эш барышының икенсе көнө булып, тәүгеһендә ир-ат таҡта, рәшәткә-бағаналар әҙерләү, кәртәләп алыу менән булһа, икенсе көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡушылған. Юлдаштар бик егәрле халыҡ, үҙҙәренең әйтеүҙәре буйынса, улар ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Хажиғәле улының һәр башланғысын күтәреп ала, ауылдың иң әүҙемдәре, һәүәҫкәр әртистәр, ветеран уҡытыусылар, клуб хеҙмәткәрҙәре – һәр эштә лә уның уң ҡулдары, ярҙамсылары.
Шишмә бик матур урында баш алған, янындағы яланда “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡыр гладиолусы һәм башҡа беҙ белмәгән ят сәскәләр күпләп үҫә.
Хаҡлы ялдағы Сәфәрғәле Әбдрәхимов шишмәнең ни өсөн “Инеш күле” тип йөрөтөлөүенә асыҡлыҡ индереп китте, ҡыҙыҡ бит үҙе шишмә, үҙе күл. Сәфәрғәле ағайҙың ҡәйнәһе һөйләүе буйынса, элек ошо шишмәнең аҫ яғы быуылып, унда халыҡ өҫ кейеме тегергә туҡыма эшләр өсөн киндер, кесерткән сереткән булған. Шуға күрә лә, уға күл исеме ҡушылып киткәндер. Был шишмәнең башын таҙартыу тураһында былтыр уҡ һүҙ алып барғандар, ниһайәт, быйыл ваҡыт табып, ниәттәрен тормошҡа ашыра алғандар. Улар бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡтар, тағы ла ауыл янындағы шишмәләрҙе таҙартып төҙөкләндерәсәктәр. Юлдаштарға был изге эштәренә “афарин” тип, уңыштар теләйбеҙ.