Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү сығанағы - шишмәләр

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо ҡоҙоҡҡа ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр.

Тау итәген ярып шишмә типкән,

Һалҡын ғына һыуы – саф көмөш.

Сылтыр-сылтыр итеп ағып киткән,

Донъя буйлап киткән саф килеш.

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо ҡоҙоҡҡа ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында халыҡтар эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә һыу ҡойоноу, йыуыныу ритуалдарҙың айырылып алғыһыҙ бер өлөшө булған. Хатта килен төшөргәндә һыу юлын башлау, йәғни йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы әлеге көндә лә һаҡланып ҡалған.

Шөкөр, районыбыҙ ауылдары һәр ҡайһыһы – ҙурмы-бәләкәйме – йылға буйҙарын төйәк иткән, ә йылғаларҙы иһә күп һанлы шишмәләр тулыландырып ҡына тора. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтар һыуҙарҙың кимәлен бер аҙ кәметте, хатта ҡайһы бер шишмәләр ҡороу сигендә тип әйтергә лә була. Ауыл халҡы һыу сығанаҡтарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҙур эштәр күрһәтә, йыл да ҡарҙар иреү менән шишмә-йылға буйҙары таҙартыла, баштары кәртәләп алына. Быйыл ошо изге эштәр ҙурыраҡ күләмдә – район кимәлендә уҙғарылды, һәр ауыл биләмәһенән берәр шишмә төҙөкләндерелеп, район башлығы Дәмин Марат улы Юланов ҡул ҡуйған положениеға ярашлы, махсус билдәләнгән комиссия тарафынан төрлө критерийҙар буйынса тикшерелде. Иң тәү сиратта, шишмә быға тиклем төҙөкләндерелмәгән һәм халыҡҡа асыҡ булырға тейеш, артабан уның яны кәртәләнеүе, исеме яҙылған таҡтасыҡтар булыуы, һыу сыҡҡан урыны ҡапланыуы, торбалар ҡуйылыуы ла тикшерелде. Төҙөкләндереү эшендә ауыл халҡы, йәмәғәтселек ҡатнашыуы мөһим, килгән кешеләргә ял итеү урыны – өҫтәл-эскәмйәләр, усаҡ яғыу урындарының хәүефһеҙлеге, уның тирә-яғына сәскә-ағастарҙың ултыртылыуы ла иҫәпкә алынды. Һәм, әлбиттә, ошо төҙөкләндерелгән шишмәне матур итеп күрһәтә белергә лә кәрәк ине.

Шулай итеп, район башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Самат Йәрмөхәмәтов етәкселегендәге комиссия иң беренсе булып Яңы Петровка ауыл биләмәһенә юл алды. Беҙҙе башлыҡ Илфат Аҡсурин Үрген ауылы янындағы Хәҙрәт шишмәһенә алып килде. Әйтергә кәрәк, был шишмә электән төҙөкләндерелеп килгән булған, әле буяу эштәре башҡарылған. Янында ял итеү өҫтәленең япмаһы, ултырыу өсөн эскәмйә, шулай уҡ ҡый һауыттары ла бар. Кәртәләүгә матур итеп “Шишмә ҡыйлыҡ түгел, ҡыйлыҡ шишмә түгел!” тип яҙып таҡтасыҡ ҡуйылған. Махсус индикатор таяҡсаһы ярҙамында һыуҙың ҡатылығы тикшерелде, ул һыуҙың сағыштырмаса ҡаты икән күрһәтте.

Артабан Яңы Себенле ауыл биләмәһенең Яңы Себенленән – 3 км, ә Ишемғолдан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан Туҡмаҡ шишмәһенең исем туйына килдек. Янында биләмәнең төрлө ауылдарынан йыйылған халыҡ, уҡыусылар, район Советы депутаттары Т. Иҙрисов, Ғ. Байғужин, ауыл Советы депутаттары ҡаршы алды. Самат Фирҡәт улы был конкурс тураһында һөйләп киткәс, биләмә башлығы Шамил Йәдкәр улы Хәсәнов Дәмин Марат улының тәҡдиме менән башланған эште ауыл активистарының күтәреп алыуына рәхмәт әйтте, бындай изге сараларҙың Рамаҙан айында үткәрелеүе бик һәйбәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Гармония” һәм “Аҡҡалфаҡ” ансамблдәре сығыштарында йәшәү сығанағы – шишмәгә дан йырланды, ветеран уҡытыусы Юлай Рәшит улы Тойғонов шишмәнең тарихына байҡау яһап китте. Ҡасандыр был тирәлә башҡорттарҙың баҫыу ерҙәре булып, улар ырҙында бөртөклө культураларҙы туҡмаҡ менән һуҡҡандар, унан елгәргәндәр, ошо ерҙәр Туҡмаҡ тип атап йөрөтөлгән, шул яланда баш алған шишмәгә лә ҡушылған был исем.

1500 йыл элек изге Ҡөрьән китабында ла һыуға ҡағылышлы мәғлүмәттәр телгә алынған, унда, һыу күп буласаҡ, әммә эсә торғаны әҙ буласаҡ, тиелгән. Шишмәләрҙе Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте, хикмәте тип ҡарарға кәрәк. Игелекле кешеләр башлап ебәргән эш оло хуплауға лайыҡ”, – тип тамамланы Юлай Рәшит улы һүҙен. Марат хәҙрәт тарафынан шишмәгә бағышлап аят уҡылғас, Шамил Йәдкәр улы шишмәнең паспортын Яңы Себенле старостаһы Марат Сөләймән улы Сабировҡа, ә ошо матур йоланы дауам итеү маҡсатында эш ҡоралдары һәм буяҡтар һалынған йәшникте – эстафетаны Ишемғол старостаһы Хөрмәт Миңлеғәле улы Ғайсинға бүләк итте һәм йыйылған халыҡҡа, ҡунаҡтарға бағышлап шишмә тураһында йыр бүләк итте.

Асыҡ, елле ерҙә ятҡан Туҡмаҡ шишмәһенән һуң Бикбау ауыл биләмәһенең Түбәнге Бикбирҙе ауылы янындағы тауҙар ышығынан юл алған Арҡыры йылға шишмәһе янында шундай еләҫ, тыныс. Янында үҫкән ағастар, сылтырап аҡҡан шишмә лә күңелгә ниндәйҙер бер һиллек бирә. Эргә тирә-яғы матур итеп кәртәләп алынып, һыу ала торған урынына улаҡ ҡуйылған. Ял итер өсөн урын башҡаларҙан айырып тора, кәртәләүе ғәҙәти булмағанса итеп эшләнелгән, ултырыу өсөн эскәмйәләр, сәхрәләп сәй эскең килһә, өҫтәле лә бар һәм улар бер ҡыйыҡ аҫтында. Әлбиттә, һыуға төшөү юлы көрәк менән ҡаҙып эшләнелгән, ул киләсәктә бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырасаҡ, сөнки ямғырҙар яуып үтеү менән эҙһеҙ юйыласаҡ. Ҡортһарыған туғайында беҙҙе ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Зәйнетдин улы Юлсанов,“Яҙлауыр” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, ветеран уҡытыусы Хәсән Ҡаҙаҡбаев һәм клуб хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Трушин мәктәбе директоры Динислам Ҡаҙаҡбаев шишмә тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.

Бикбау ауыл биләмәһенән юлыбыҙ ике тау араһынан баш алған Кузьминка шишмәһенә төштө. Бында ҡасандыр Иҫке Кузьминка ауылы булған, халҡы Кузьминка тип аталған яңы ауылға күсеп бөткән. Бер генә урамдан торған ауылда 30 йорт иҫәпләнгән. Оло йәштәгеләр был шишмәне һаман да иҫләп һөйләй әле: халыҡ эсер, тамаҡ бешерер өсөн ошо шишмә һыуын ҡулланған. Ауыл бөтөп, халҡы колхоз үҙәге Таҙларға күсеп киткәс, шишмә ҡараусыһыҙ ҡалып, ташландыҡҡа әйләнә. Әле уларға иғтибар артҡан, уның яны төҙөкләндереп таҙартылған. Тормош яйға һалынған һайын, халыҡ элеккегә кире ҡайта, саф һыулы шишмә һыуҙарын ташып эсә башланы. Беҙҙең күҙ алдында ғына Таҙлар ауылынан машинала килеп, феләктәр менән һыу тултырып алдылар. Шишмә янында икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандан һуң, алып барыусылар уның тарихы менән да таныштырып үтте. Янында ял итеү урыны, өҫтәл-эскәмйәләр яһалған һәм иң мөһиме – шишмә кәртәлегендә урман хужаһы – айыу балаһы менән эшләп ҡуйылған. Уларҙың каркасын Ким Хәлитов һәм Рәсүл Сарбаев тимерҙән яһаған, Рәсүл ағай уны гипс һәм цемент массаһы менән әүәләп формаға килтергән.
Байдәүләт ауыл биләмәһенең Ибрай ауылында беҙҙе биләмә башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, Мәрйәм Бураҡаева ҡаршы алып, танышыуҙы ауыл уртаһындағы Килен ҡотоғонанбашланыҡ. Йомаҡайҙар араһы эшләгән был бик күркәм һыу алыу урынын комиссия ағзалары күреп кенә түгел, эсеп-тәмләп тә ҡараны. Йәйәүләп яңыраҡ ҡына Һүрәм аша һалынған күпер аша тауҙар араһынан баш алған Йырын шишмәһенә уҙабыҙ. Унда “Һүрәм” фольклор ансамбле сығышынан һуң, шишмәнең төҙөкләндереү эштәрен ҡарап сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, шишмәнең башы кәртәләп алынып, һыу алыу өсөн торба ҡуйылған, исемдәр яҙылған, хатта аҡҡоштар ҙа сәләмләй ине. Ибрайҙар өсөн был изге урынды ҡырға киткәндәр һағынып ҡайта, килгән ҡунаҡтарҙы ла ошонда алып килмәйенсә ҡуймайҙар. Ошо шишмәнән һыу эскән килендәр ауылда таштай батҡан, ҡырға киткәндәр кире әйләнеп ҡайтҡан, ә ҡунаҡтар ҡат-ҡат килер булған. Янындағы Ҡабра тауына менеп ауыл панорамаһын юғарынан ҡарау бәхете лә тейҙе беҙгә, тик тау башындағы сәңгелдәккә генә менеп етергә яҙманы, сөнки башҡа биләмәләрҙә лә көтәләр.
Абзан ауылының Инеш күле шишмәһенең төҙөкләндереү барышына тура килеп, гәзит биттәрендә ул турала яҙылып сыҡҡайны, әле бына башҡарылған эштең һөҙөмтәһе күреү бәхетенә ирештек. Халыҡ телендә Илеш тә, Инеш тә тип йөрөтөлһә лә, исемен кәңәшләшеп Инеш тип ҡалдырырға булалар.
Әбүләис ауыл биләмәһенең Бәхет шишмәһе янында ихлас ҡаршы алһалар, Һүрәм ауыл биләмәһенең шишмәһе кәртәләнгән, ял итеү урындары бар, әммә янында комиссия ағзаларын берәү ҙә көтмәй ине. Яңыбай ауыл биләмәһенең ҡасандыр ял һәм хеҙмәт лагеры булған һәм хәҙер шул уҡ исемде йөрөткән яланындағы Баҡсатау шишмәһе үҙенең ҙур майҙанды кәртәләп алыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Унда усаҡлыҡ урыны ла янғын сығыу хәүефһеҙлеген ҡулланып эшләнелгән, ял итеүселәр өсөн дә урын бар.
Үтәғолдарҙың Һыулығол шишмәһенә төшкән урындағы тупһаларҙың еренә еткерелеп матурлап таҡталар менән эшләнеүе, шишмә башы буралып өҫтө ҡапҡас менән ябылыуы иғтибарға лайыҡ, әҙ көс сыҡмауы күренеп тора. Бында шишмәнең башында ла, өҫ яғында ла ултырып ял итеү урыны, сүп-сар һауыты хәстәрләнгән.
Иҙелбәктәр конкурсҡа тәҡдим ителгән Шәкәрле шишмәһенең исеменең сығышын һыуҙың тәмле булыуы менән бәйләй. Ауылдан 200 м самаһы алыҫлыҡта ҡайынлыҡтағы был инеш заманында кәртәләнгән булһа ла, ваҡыт үтеү менән емерелеп бөткәс, электән булған ниәттәрен тормошҡа ашырып, ауыл халҡы яңынан шишмәнең башын, тирә-йүнен кәртәләп алған.
Һүрәм ауыл биләмәһенең Ҡарғалы ауыл янындағы Шәрифулла ҡарт ҡойоһо шишмәһе башҡаларҙан һыуының тоноғораҡ, аҡһыл төҫтәрәк булыуы һәм ҡайын һыуы тәме сығып тороуы менән айырыла. Был, бәлки, уның башы, шишмәне һаҡларға тырышҡандай, уға эйелеп тигәндәй үҫкән ҡайын ағастары төбөнән башланыуынандыр. Ҡасандыр изге күңелле Шәрифулла ҡарт ҡаҙған ҡойонан килеп башланған был шишмәнең һыуын ҡырҙа йәшәүселәр ташый, янындағы яланда балалар футбол уйнай. Хәҙер матурландырылғас, килеүселәр тағы ла күбәйер тигән фекерҙә ауыл халҡы.
Муйнаҡ ауыл биләмәһенең Өмбәт ауылынан 500 метр алыҫлыҡта ятҡан Көнтөшмәҫ шишмәһе исеменән үк әйтеп тора, Сатлыҡтау итәгенән сыҡҡан был шишмәгә бер ҡасан да ҡояш төшмәй, 100 метр ара үткәндән һуң Бәләкәй Өҫкәлеккә ҡоя, 3 км самаһы уҙғас Ҙур Өҫкәлеккә барып ҡушыла. Һыуы һалҡын, мул, көслө, бер ҡасан да ҡоромай, муллығы буйынса Һыусыҡҡандан ҡала икенсе урында килә. Элек халыҡ ҡулланыр өсөн ошонан ташыр булған, хәҙер ҙә йәйҙәрен эсер өсөн апҡайталар. Былтыр башланған төҙөкләндереү эштәре быйыл да дауам ителеп, кәртәләүҙәр ҙурайтылған. Халыҡ күпләп йөрөй, 3 ай буйына меңдән ашыу кеше ял итергә килгән. Шишмә янында бер бата, юбилейҙар уҙғарылған, бында үҙҙәренең саралар уҙғарырға теләүселәр хатта сиратҡа торған. Янын таҙалап тороуҙы Өмбәт ағинәйҙәре үҙ өҫтөнә алған, сүп-сар өсөн ҡапсыҡтар эленгән.
Иҫәнғол ауыл биләмәһе Әҡембәт шишмәһен төҙөкләндергән. Уның эшендә ауыл биләмәһе хакимиәте һәм улар менән бер үк бинала урынлашҡан үҙәкләштерелгән бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Шишмә кәртәләнгән, ял итеү урындары ла бар.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән шишмәләрҙең һәр береһе тураһында айырым-айырым һөйләр өсөн гәзит биттәре генә етмәҫ, бындай эштәр киләһе йылдарҙа ла дауам ителер тип ышанғы килә. Район күләмендә башҡарылған изге эштәр республикаға ла билдәле булды, комиссия ҡаралған шишмәләр буйынса һөҙөмтәләрҙе асыҡлағанда Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан килеп төшөрҙөләр.
Комиссия ағзаларына баһалау бик ҡыйынға төштө, сөнки конкурста ҡатнашҡан һәр биләмә тырышҡан, шулай ҙа оҙаҡ фекер алышып, төрлө критерийҙар буйынса ҡарағандан һуң еңеүселәр асыҡланды. Уның һөҙөмтәһе Һабантуй – 2019-ҙа иғлан ителде һәм еңеүселәр аҡсалата дәртләндерелде:
1 урын – Абзан ауыл биләмәһе (10 мең һум);
2 урын – Муйнаҡ ауыл биләмәһе (7 мең һум);
3 урын – Яңы Себенле ауыл биләмәһе (5 мең һум).
Йәшәйешебеҙҙең сығанағы булған, тәбиғәткә йән өрөүсе, беҙҙе тәмле, шифалы һыуҙары менән ҡыуандырған, йылғаларыбыҙҙы байытып торған шишмәләрҙе төҙөкләндереү был конкурс сиктәрендә генә туҡталып ҡалмаҫ тип ышанғы килә.
Читайте нас: