Бөтә яңылыҡтар

ДУҪТАР! ҺӨЙӨНСӨ!

Еңеүсе вариантты тәүгеләрҙән булып тәҡдим итеүсене шәп бүләк – 3000 һум көтә!

Тиҙҙән беҙҙең район үҙәгендә лә, күп ҡалаларҙағы кеүек, арт-объект барлыҡҡа киләсәк! Дөрөҫөрәге, ул – бар, әммә уны ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе асыҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, Иҫәнғол ауыл биләмәһе хакимиәте бәйге иғлан итә!
Фотоһүрәттәге арт-объектты ҡайҙа урынлаштырыу дөрөҫ булыр ине? Үҙегеҙҙең тәҡдимегеҙҙе “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙәге яҙма аҫтына комментарий итеп ҡалдырығыҙ. Арт-объект урынлаштырыласаҡ урынды жюри 20 июлдән һуң һайлаясаҡ. Комментарийҙарҙа еңеүсе вариантты тәүгеләрҙән булып тәҡдим итеүсене шәп бүләк – 3000 һум көтә! Ашығығыҙ!
Читайте нас: