Бөтә яңылыҡтар

Төп приз Ибрайға юллана

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы үткәс, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында уйын үткәреп, бүләктәр оттороу матур йолаға әүерелде. Быйыл беренсе тапҡыр “Ейәнсура таңдары” үҙ уҡыусылары араһында телевизор уйнатты һәм был төп приз Ибрай ауылынан Гөлсирә Мырҙабулатоваға эләкте.

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы үткәс, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында уйын үткәреп, бүләктәр оттороу матур йолаға әүерелде. Быйыл беренсе тапҡыр “Ейәнсура таңдары” үҙ уҡыусылары араһында телевизор уйнатты. Әлбиттә, телевизор менән бер рәттән башҡа приздар ҙа булды. Ә сарала 2019 йылдың икенсе яртыһына тулыһынса яҙылғандар ғына ҡатнаша алды. Приздар алыуға Башҡортостан Республикаһының «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто унитар предприятиеһы – 6 мең һум, МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, ауыл хакимиәте башлыҡтары – Азамат Бикбаев (Һаҡмар), Нурғәле Бикбулатов (Абзан), Рәмил Юлсанов (Бикбау), Сабит Фазлыев (Үтәғол), Ғәҙел Шәрәфетдинов (Муйнаҡ), Фидан Йәркәев (Ҡаҙанболаҡ), Шәһит Ҡолмөхәмәтов (Байдәүләт), Ғәйнулла Хәйбуллин (Һүрәм) , Фуат Толомбаев,.билдәһеҙ ҡалырға теләгән ханым 1-әр мең һум аҡса, Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы Самат Ҡансурин 500 һум аҡса күсерҙе. Шулай уҡ бүләккә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин – картина, “Беренсе формат” – логотиплы бокалдар, Рафиҡ Ноғоманов – 3 литрлы бал, “Айгөл” магазины хужаһы Айгөл Ниғмәтуллина палантин бирҙе.
Мәғлүмәт үҙәгенең беренсе ҡатында торған махсус йәшниккә бөтәһе 387 квитанцияның күсермәһе төшөрөлдө, уны редакция хеҙмәткәрҙәре ентекләп ҡарап, тикшереп, матурлап төрөп уйынға әҙерләне. Был квитанциялар араһында ҡайһы бер гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ бер түгел, ә бер нисә күсермә төшөргән, әлбиттә, уларҙың береһе генә уйнатылды.
Ә йәшниктән бәхетлеләрҙең исемен тартып сығарыуға социаль приюттан йәш дуҫтарыбыҙ Илназ һәм Юля, шулай уҡ гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары ла килде. Иң беренсе булып уйнатылған бик матур картина Үргендән Г. А. Ейәнбирҙинаға (Тибеҙ, 5) сыҡты. Хуш еҫле Ейәнсура балы Иҫәнғолдан Г. И. Ҡуланшинаға (Корнеев урамы, 17), Үрге Муйнаҡтан (Үҙәк, 49) Г. А. Хәмиҙуллинаға, Иҙәштән Алма Ишбулдинаға эләкте. Сигнал жилеты Иҫәнғолдан С.Х. Рәхмәтуллин (Йәштәр урамы), бадминтондар – Байыштан Алсу Ғөбәйҙуллина һәм Башҡорт Самаҙыһынан Санъяр Дәүләтбаев, плед Юнай ауылынан Зөлфирә Теләмова, сәс бөҙрәләткес Байыштан Фәхерниса Марҡабаева, “Ейәнсура таңдары” газеты логотибы менән бокал Үргендән С. Байғусҡарова (Йәштәр урамы, 25), ир-аттар өсөн асҡыстар йыйылмаһы Үргендән Камил Янбаев, сәс алғыс машинкаһы Хоҙабәндә ауылынан Һәҙиә Ҡансурина, сәс өсөн үтек Яңы Павловканан К. С. Янбаеваға (Ялан урамы, 24), “Беренсе формат”тан 3500 һумлыҡ сертификат Иҫәнғолдан Әнисә Ҡәҙерғолова (Октябрҙың 60 йыллығы урамы, 2) бәхетенә тейҙе. Ә төп приз – смарт телевизорын Ибрай ауылынан Гөлсирә Мырҙабулатова отто. Уйында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Эш көндәрендә редакцияға килеп бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙ һорала.
Хөрмәтле дуҫтар, “Ейәнсура таңдары”на гәзитенә яҙылыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итегеҙ, матур-матур хаттар яҙығыҙ! Бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: