“Насип булғас, оттом да!”

“Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыусыларҙан килгән квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылыуы һәм еңеүселәр билдәләнеүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. Төп приз – телевизорҙы отҡан Ибрай ауылынан Гөлсирә апай Мырҙабулатовала

“Насип булғас, оттом да!”

“Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыусыларҙан килгән квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылыуы һәм еңеүселәр билдәләнеүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. Төп приз – телевизорҙы отҡан Ибрай ауылынан Гөлсирә апай Мырҙабулатова эш аҙнаһының тәүге көнөндә үк үҙенең бүләген алырға килде.

– Район гәзитенән айырылған юҡ. Һаулыҡ булып, алдағы көндәрҙә лә матбуғатҡа яҙылырға булһын. Быға тиклем бындай бүләк уйнатыуҙа ҡатнашһам да, еңгәнем юҡ ине. Бына, насип булғас, оттом да, – тип шатлығы менән бүлеште Гөлсирә апай. – Бүләк отоуымды күршем хәбәр итте. Ә уға был сарала ҡатнашҡан Миңзаман Уликанов шылтыратып әйткән булған.

Бүләктәр тапшырыу һәр ваҡыт күңелле ваҡиға. Бүләк отоусылар менән аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, күтәренке күңел менән оҙатып ҡалдыҡ.

Һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, “Ейәнсура таңдары”на яҙылып тороғоҙ, дуҫтарыбыҙ менән ошондай йылы, ихлас аралашыуҙар булып торһон, тигән изге теләк-ниәттәрҙә ҡалабыҙ.
Читайте нас