Бөтә яңылыҡтар

Шал байрамы була, һөйөнсө!

БЕЛМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ! 23 ноябрҙә, Әсәйҙәр көнө алдынан, быйыл да "БАШҠОРТ ШӘЛЕ" байрамы уҙа. Конкурсанттар күрше-тирә өлкәләрҙән, райондарҙан да көтөлә. Мах бирмәйек, ейәнсуралар! Иң матур ҡул эштәрегеҙ менән рәхим итегеҙ район мәҙәниәт йортона! Ә түбәндәге риүәйәт һеҙҙе еңеүҙәргә рухландырһын! Ейәнсура яғында Һүрәм йылғаһы буйында берәүҙең ҡатыны бик оҫта шәлсе була. Килен булып килгән мәлендә ул арбала тик ултыра бирә – таянып төшөрлөк мөгөҙ көтә. Бейеме уға бер башмаҡ килтерә. Башмаҡ артынса күк дебетле йәш кәзә тәкәһе эйәреп сыға...


БЕЛМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

23 ноябрҙә, Әсәйҙәр көнө алдынан, быйыл да "БАШҠОРТ ШӘЛЕ" байрамы уҙа. Конкурсанттар күрше-тирә өлкәләрҙән, райондарҙан да көтөлә. Мах бирмәйек, ейәнсуралар! Иң матур ҡул эштәрегеҙ менән рәхим итегеҙ район мәҙәниәт йортона! Ә түбәндәге риүәйәт һеҙҙе еңеүҙәргә рухландырһын!


Ейәнсура яғында Һүрәм йылғаһы буйында берәүҙең ҡатыны бик оҫта шәлсе була. Килен булып килгән мәлендә ул арбала тик ултыра бирә – таянып төшөрлөк мөгөҙ көтә. Бейеме уға бер башмаҡ килтерә. Башмаҡ артынса күк дебетле йәш кәзә тәкәһе эйәреп сыға, мәүеш башмаҡты ситкә һөҙөп ебәрә лә үҙе киленгә ҡаршы ынтыла. Малҡайҙың шуҡлығына хайран ҡалып, йәш килен уның муйынына таҫма бәйләй, майлы көлсә бүлеп ҡаптыра. Тәкәнең ҡоростай ҡаты һәм көслө мөгөҙөнә таянып, былай булғас, шартлатып донъя көтәм, тип уйлап-ниәтләп килеп төшә килен, айыры тояҡлы бүләккә бик риза була. Бер-ике йыл үтеүгә уның кәртәһе тулы кәзә булып китә. Улар көмөштәй көләс, йәйғорҙай йәмле, ебәктәй еңел дебет бирә. Егәрле ҡатын бөтә ғаиләһе менән көнө-төнө баш күтәрмәй ҡыш буйы дебетте эш итә – күҙ яуын алырҙай, йырға һалып йырларҙай шәлдәр бәйләй. Кәзәне бөтөрөү, шәхси хужалыҡты ҡоротоу буйынса аҙаплы сәйәсәт был төпкөлгә лә ябырыла. Колхоз председателе йыйылыш яһап, иртәгә ауылда бер кәзә лә ҡалмаһын, көтөүлектәр колхоз малы өсөн генә тейеш, ҡарағыҙ уны, тип янап, бөтә ауылды хәсрәткә һала. Закондың ҡырыҫ сағы, колхоз эшенә аяҡ сала, ҡамасау һала, тип, баяғы түрәкәй кәзәгә ҡаршы һуғышты шул тәкәнән башлай. Көтөү башында эре генә ҡайтып килгән күк тәкәне атып йыға. Мал ҡото булған тәкәһе әрәм булғанға бик әсенә, бик уфтана хужабикә һәм бер уй уйлай. Тәкәне тау башына сығарып ерләй. Яҙҙан көҙгәсә кәзә малы таштан-ташҡа ирәйеп һикереп йөрөгән тау ҡырлаһын Күк тәкә һырты тип әйтеү шунан ҡала. Ил башлыҡтары бойороғо менән йорт кәзәләре бер нисә көндә кәртә-ҡураларҙан көтөүе-көтөүе менән юҡҡа сыға. Әлеге ҡатын йәһәтләп оло юлға сыға. Юлдан уҙып барған машиналарҙың береһен тотоп, өгөтләп, Ырымбур өлкәһенә ҡараған Һарыҡташ станцияһындағы знакумына күстәнәс ебәрә. Ике ҡытай тоғона иң яҡшы дебетле кәзәһен һәм кәзә бәрәстәрен һалып, йәшереп кенә тейәп оҙата ул урыҫ белешенә. Сәләмен дә күндерә: ”Это не коза, это алтын. Не резать, не убить, а то беда будет... Пять лет жди. Сколько коза будет, столько алтын будет”. Шулай итеп, ауылдар кәзәләрҙән “азат ителә”. Тау текәләре, һырттары, кәзә һуҡмаҡтары бушап ҡала, уларҙы таш ҡаплай, үлән баҫа, татлы һәм файҙалы тау үләндәре – әтмәкәй, селе йыуаһы, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡуҙғалаҡтар – кәзә яратҡан йәшел витаминдарҙан кешеләр ҙә мәхрүм була. Ҡулы эш һорап, күңеле кәзәне һағынып, шәл оҫталары бойоғоп ҡала. Кәзәгә ҡаршы “яу” бер нисә йылдан баҫыла төшә, баяғы ҡатын Һарыҡташҡа юллана. Бер трактор араһына тейәп егерме ике баш кәзә тейәп алып ҡайта ул, ниндәй генә алтындарын биреп знакумын ризалатҡандыр, әммә ауылда йәнә матур көмөш дебетле кәзәләр үрсеп китә. Ҡот кире ҡайта”.
Читайте нас: