Мәктәптең спортзалында 50 йәштән үткән өлкәндәр өсөн «Үргендәр сәләмәт тормош яҡлы!» тип исемләнгән спорт һәм күңел асыу байрамы булып үтте. «Йәш йөрәктәр» (Аҡсурин Бакир), «Тынғыһыҙ йөрәктәр» (Исмәғилов Айрат), «50+ Һайт-тайт» (Хәлитов Марат) командалары үҙ-ара эстафета ярыштарында көс һынашты. Һәр команда үҙенсәлекле булды, һәр ярыш төрө бик сәмле һәм көсөргәнешле үтте. Ҡатнашыусылар спорт һынауҙарынан тыш сәләмәтлек тураһында мәҡәлдәр әйттеләр, йырҙар йырланылар; көйөрмәндәр кәрзингә туп ырғытып, үҙҙәренең «ауырыған» командаларына мәрәй өҫтәнеләр. Байрам сараһы бик күңелле тамамланды,барыһы ла яңы дәрт-көс, матур бүләк алып, күтәренке кәйеф менән таралды.
Ярышта ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына, эстафета ярыштарын алып барыусы Ейәнбирҙин Салауат Сәми улына ҙур рәхмәт!- тип хәбәр итә Фәрзәнә Аҡсурина.