Шунан, дуҫтар, нисек, ауыр булдымы? Был 11-се кластарҙың математиканан база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләһе ине. Сиселеш бына ошолай:
Беренсе көн Ҡусҡар 4 метрға менә, 2 метрға кире төшә. Тимәк был тәүлектә ул (4-2)=2 метр бейеклеккә менә.
Икенсе көн. 2+4=6 метрға менә лә, тағы 2-гә (6-2)=4 төшә.
Башҡа көндәрҙә лә шулай дауам итеп, алтынсы көндә ул 14 метр бейеклеккә күтәрелә .Кире төшмәй. Тимәк, дөрөҫ яуап - 6 көн.
Тимәк, дөрөҫ яуап биргән Финиза Әбделғужина, Таңһылыу Янбаева, Гөлназ Итбаева, Нәфисә Ҡыуандыҡова, Таңһылыу Ғәйнуллина, Фәйрүзә Мансурова, Ризида Мөхәмәтйәнова, Клара Урманбәтова, Фәрзәнә Тайсина, Ләйсән Янбаева, Миләүшә Ҡәйепҡолова, Айһылыу Сабирова, Резеда Әлимғолова исеменә БЕРӘР мәрәй яҙыла. Ҡотлайбыҙ!