Бөтә яңылыҡтар

“ИҢ ӘҮҘЕМ ПОЧТАЛЬОН”

Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге “Ейәнсура таңдары” һәм “Зианчуринские зори” район гәзиттәрен яҙҙырыуҙа һәм таратыуҙа уңғанлыҡ, әүҙемлек күрһәткән почтальондарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс үткәрә. Бәйге шарттарын сайтта уҡығыҙ.

Иғтибар – конкурс!

“Иң яҡшы почтальон”

Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге “Ейәнсура таңдары” һәм “Зианчуринские зори” район гәзиттәрен яҙҙырыуҙа һәм таратыуҙа уңғанлыҡ, әүҙемлек күрһәткән почтальондарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс үткәрә. “Иң яҡшы почтальон” бәйгеһе 2019 йылдың 30 октябренән 30 декабргә тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн төп талап – 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар һаны 2019 йылдың беренсе ярты йыллығынан күберәк булырға тейеш. Ҡайһы почтальондың күрһәткесе иң яҡшыһы – ул еңеүсе!

Иҫәнғол һәм ауылдар почта элемтәһе бүлексәләре почтальондары араһында 1-шәр еңеүсе билдәләнәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре “Ейәнсура таңдары” һәм “Зианчуринские зори” район гәзиттәрендә иғлан ителәсәк.

Редакция.
Читайте нас: