Был "Ҡарт балыҡсы" картинаһын венгр рәссамы Тивадар Костка Чонтвари 1902 йылда яҙған. Картинаның йөҙәр йыл һаҡланған сере күптән түгел генә асылған: һүрәттең уртаһына КӨҘГӨ ҡуйһаң, уның ҡайһы яҡҡа ҡарауына ҡарап, йә Алланы һәм тауҙарҙы, йә Шайтанды һәм вулкан менән ярһыған күлде күрергә була икән.
Тимәк, дөрөҫ яуап - КӨҘГӨ. Шулай итеп, дөрөҫ яуаплаусы төркөмдәшдәр Нәфисә Ҡыуандыҡова, Гөлназ Итбаева, Таңһылыу Янбаева, Таңһылыу Ғәйнуллина, Айна Иманғолова, Ләйсән Янбаева, Резеда Әлимғолова, Зөлфәр Дәүләтшин иҫәптәренә тағы берәр мәрәй теркәп ҡуйҙыҡ.