Бөтә яңылыҡтар

Шәлем хәҙер түңәрәк

Үткән йыл шау биҙәктән торған ярым түңәрәк шәл менән һоҡланырға насип булһа, быйыл түңәрәк шәлде лә күрергә яҙҙы. Уны Ҡарғалы ауылы оҫтабикәһе Фәймә Түләбаева бәйләп килтергән ине. Шәлдең ҙурлығына хайран ҡалһаң, уға һалынған биҙәктәргә ҡарап, тағы бер иҫең китә. Афарин, Фәймә апай! Ә уның был шәлде бәйләүенә “Ейәнсура таңдары”нда ошо юлдар авторы тарафынан яҙылған мәҡәлә сәбәпсе булған икән. “Ейәнсура шәле – 2018” тураһында яҙғанда, Үтәғол ауылынан Лира Нияҙғолованың ярым түңәрәк итеп бәйләнгән шәленә иғтибар итеп, мәҡәләнең исемен “Шәлем түңәрәк түгел” тип алғайным. Һәм Фәймә апай, быйыл тырышып, тәки түңәрәк шәлде бәйләп тә ҡуйған.

Үткән шәмбелә Район мәҙәниәт йортонда үткән “Ейәнсура шәле“ асыҡ фестиваль-конкурсы Әсәйҙәр көнөнә бағышланды.
Йола буйынса йыл да уҙғарылып килгән сарала ауыл биләмәләренән һәм район учреждениеларынан бөтәһе 17 команданың күргәҙмә-һатыуын күрергә насип булды тамашасыларға. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығына ҡараған “Урал” галереяһы етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайтанова етәкселек иткән баһалама комиссияһына эшләүе ҡыйын булғандыр, сөнки оҫтабикәләребеҙ эш төрҙәренең ниндәйен генә тәҡдим итмәне! Уларға “Иң яҡшы ҡул эше“, “Иң яҡшы реклама”, “Иң яҡшы биҙәк”, “Иң яҡшы күргәҙмә” номинацияларында баһаларға тура килде.

Читайте нас: