Бөтә яңылыҡтар

Ҡыш бабайҙы көткәндә...

Ситтән мөғжизә көтөп ятҡансы, уны үҙең тыуҙыр, тигән әйтем бар. Беҙҙең арала ла Яңы йыл мөғжизәһен, байрам кәйефен үҙҙәре тыуҙырған, башҡаларға кәйеф күтәренкелеге бүләк иткән төркөмдәштәребеҙ бихисап. Был, "Ҡыш бабайҙы көткәндә..." тигән бәйгебеҙ, тап улар өсөн! Бәйгенең шарты еп-еңел: 1. Өйөгөҙҙө, ихатағыҙҙы, йә эш урынын Яңы йыл уңайынан биҙәгәнһегеҙ икән, шул матурлыҡты фотоға төшөрөп, уны төркөмөбөҙҙә булдырылған конкурс альбомына https://vk.com/album-107891741_269262271һалығыҙ; 2. Фотоһүрәткә ярашлы матур исем яҙығыҙ; 3. Фото аҫтына шулай уҡ ижадсы, йәғни был матурлыҡтың авторы хаҡында мәғлүмәтте (исем-шәрифе, ауылы, йәше һ.б) яҙығыҙ. Автор берәү ҙә, авторҙар коллективы ла булыу мөмкин. 4. Фото сифатлы, яҡындан, бар матурлыҡ күренерлек итеп төшөрөлгән, компьютер эшкәртеүе ҡулланылмаған булырға тейеш. Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡарамағына иң-иңдәре тип табылған 10 эш финалға сығасаҡ. Ә улар араһынан еңеүсене иһә һеҙ, төркөмдәштәр, интернет-тауыш биреү юлы менән һайлаясаҡһығыҙ. Бәйгегә фотоһүрәттәр 25 декабргә тиклем ҡабул ителә! Башланыҡ, дуҫтар! Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк!

Ситтән мөғжизә көтөп ятҡансы, уны үҙең тыуҙыр, тигән әйтем бар. Беҙҙең арала ла Яңы йыл мөғжизәһен, байрам кәйефен үҙҙәре тыуҙырған, башҡаларға кәйеф күтәренкелеге бүләк иткән төркөмдәштәребеҙ бихисап. Был бәйгебеҙ тап улар өсөн!
Бәйгенең шарты еп-еңел:
1. Өйөгөҙҙө, ихатағыҙҙы, йә эш урынын Яңы йыл уңайынан биҙәгәнһегеҙ икән, шул матурлыҡты фотоға төшөрөп, уны төркөмөбөҙҙә булдырылған конкурс альбомына https://vk.com/album-107891741_269262271һалығыҙ;
2. Фотоһүрәткә ярашлы матур исем яҙығыҙ;
3. Фото аҫтына шулай уҡ ижадсы, йәғни был матурлыҡтың авторы хаҡында мәғлүмәтте (исем-шәрифе, ауылы, йәше һ.б) яҙығыҙ. Автор берәү ҙә, авторҙар коллективы ла булыу мөмкин.
4. Фото сифатлы, яҡындан, бар матурлыҡ күренерлек итеп төшөрөлгән, компьютер эшкәртеүе ҡулланылмаған булырға тейеш.
Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡарамағына иң-иңдәре тип табылған 10 эш финалға сығасаҡ. Ә улар араһынан еңеүсене иһә һеҙ, төркөмдәштәр, интернет-тауыш биреү юлы менән һайлаясаҡһығыҙ.
Бәйгегә фотоһүрәттәр 25 декабргә тиклем (тик махсус альбомға!) ҡабул ителә!
Башланыҡ,
дуҫтар! Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк!
Читайте нас: