+21 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар, уйындар, башватҡыстар
16 Декабрь 2019, 23:00
#АҘНА_БӘЙГЕҺЕ 1-се КИС
«Ҡыҙыҡ» - «ҡыҙыҡ» булып ҡала Уҡыһаң да кирегә. Әйҙә, киттек һүҙлек буйлап, Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә. Хәйерле кис, дуҫтар! Яңы аҙнаның тәүге кисен ошондай шиғыр менән башлайбыҙ. Һүҙ ниндәй "ҡыҙыҡ" тураһында тиһегеҙме? Бөгөнгө заданиебыҙ шунан ғибәрәт:
«Ҡыҙыҡ» - «ҡыҙыҡ» булып ҡала
Уҡыһаң да кирегә.
Әйҙә, киттек һүҙлек буйлап,
Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.
Һүҙ ниндәй "ҡыҙыҡ" тураһында тиһегеҙме? Был осраҡта "ҡыҙыҡ" һүҙе палиндром төрө булараҡ ҡулланылды. Ыңғайына ла, кире уҡығанда ла бер иш уҡылһа, тимәк был һүҙ палиндром була.
Бөгөнгө заданиебыҙ шунан ғибәрәт: башҡорт телендә ҡулланылған палиндромдарҙы табығыҙ. Шундай һүҙҙәрҙе иң күп табыусы һәм иң күп хәрефтәр ҡулланылған һүҙҙе табыусы төркөмдәштәр иҫәбенә берәр мәрәй яҙыласаҡ.
Әлбиттә, ундай һүҙҙәрҙе табыу өсөн ваҡыт күберәк талап ителә. Шуға ла яуаптарҙы иртәгә, 17 декабрь сәғәт 15.00-гә тиклем ҡабул итәбеҙ. Ҡабатлауҙар, "күсереүҙәр" булмаһын өсөн, яуаптарығыҙҙы "сообщение" аша ебәрегеҙ.
Ә бүләк тейһегеҙме? Аҙна дауамында иң күп мәрәй туплаусыға бүләккә - ТОРТ!
Әйҙәгеҙ, хәйерле сәғәттә аҙна бәйгеһен башлайыҡ!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша