Сөскөрмәҫһең, сирләмәҫһең,
Сәйләнләп сиккән селтәрен.
Сирләшкә, сибек сысҡандың
Селләлә сарсап, сатанлап,
Семәрле сәйнүк – сынъяһау,
Сихри сафлыҡ, серлелек...
Серелдәй сер(е)кәй, себен,
Сал сапсан саңҡый сусаҡта,
Сеү! Сел сутылдай сытырҙа,
Сапты секундтар, сәғәттәр,
– Сирткәс сикке секундтарым
Спортсы сысҡан саңғыла ла
– Сабый саҡтан сынығыу, – ти –
Сысҡан сәсәй-сәсәй саба .