Бөтә яңылыҡтар

#АҘНА_БӘЙГЕҺЕ 3-СӨ КИС Шиғри мәсьәләләр

Хәйерле кис, дуҫтар! Уйынға әҙерһегеҙме?!Әйҙәгеҙ, улайһа, киттек! Бөгөн һеҙҙең иғтибарға шиғри мәсьәләләр тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға ике шиғри мәсьәлә тәҡдим итәбеҙ:


1) Һананым, егерме аяҡ

Килә атлап һыу буйлап:

Бер нисә ҡаҙ һәм һарыҡ.

Тап әле шуны уйлап:

Улар нисәшәргә тигеҙ,

Ҡойроҡтар булһа һигеҙ?


2) Апай-һеңлем нисә булһа,

Ағайҙарым шул тиклем.

Апайҙарға ҡарағанда

Ике тапҡырға күберәк

Ағайҙары һеңлемдең.

Мәсьәләнең шарты шулай,

Бер аҙ уйлап алығыҙ,

Был ғаиләлә нисә ҡыҙ

Һәм тағы нисә ир бала

Бар икәнен табығыҙ.


Һәр дөрөҫ яуап - бер мәрәй. Йәғни, бөгөнгө кистә һәр кемдең ИКЕ МӘРӘЙ алырлыҡ мөмкинлеге бар.Яуаптар, ғәҙәттәгесә, 23 сәғәткә тиклем "сообщение" аша ҡабул ителә. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, хәйерле сәғәттә!



Читайте нас: