Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛЫМ МӘҘӘКТӘРЕ (кисәге бәйгенән)

"Әтнәке"ле ауыл мәҙәктәре

АЙНА ИМАНҒОЛОВА, ИҪӘНҒОЛ АУЫЛЫ:
P. S. Был ваҡиға ҡырҡ йыл элек Саҙалы ауылында булған. Мәҙәк хәл геройына инде алтмыш йәш. Исемен яҙмайым. ????

Ҡарбабай, Ҡарһылыу ҡарнауалында ҡарасурый Ҡарлуғасты ҡаратырға ҡарарланы Ҡарамыш. Ҡартәсәһенең ҡаракүл ҡарпындыһын* Ҡарлуғасҡа ҡарырлауын** ҡарағайны. Ҡарнауалда ҡарпындыға ҡарап ҡармаҡлаясаҡ.
Ҡарамыш ҡараңғыла ҡарауылланы. Ҡараһа, ҡаршыһында Ҡарлуғас, ҡара ҡарпындыла, ҡарамаҡҡа ҡарсыҡ. Ҡарамыш ҡарһаланып ҡарманы.
- Ҡарауыл! Ҡараҡ!
Ҡараһа, Ҡарасәс ҡарсыҡ - Ҡарлуғастың ҡартәсәһе!
Ҡарнауал Ҡарамышҡа ҡарата ҡаршылаша. Ҡарҡылдап Ҡарлуғас-Ҡарһылыу ҡарғана.
Ҡарамыш - ҡарһүҙҙә.
Ҡарнауалдарҙа ҡарһылдашалар***: ҡарағыҙ - Ҡарһылыумы, ҡарсыҡмы?
*Ҡарпынды - көпө.
**Ҡарырлау - биреп тороу.
***Ҡарһылдашыу - көлөшөү, тауышланыу.
МАРАТ ХӘЛИТОВ, БАШҠОРТ ҮРГЕНЕ АУЫЛЫ:
Беҙҙең Үргендә күптәр белә был лаҡапты. Бер инәй (исемен яҙмайым әлегә) баланға барған, Майлыһаҡ туғайы баланы менән билдәле. Балан уңған, инәйҙең тоғо тулған, ул яулығын, күлдәгендә сисеп, йәйеп һалып унда ла балан һындырып һала башлаған. Әмәлгә ҡалғандай, бабайы туғайҙан бесәе сабып ҡайтып килгән, көн кискә ауышыр мәлдә ул ярым-яланғас, сәсе туҙған бисәне күреп ныҡ ҡурҡҡан, албаҫты тип уйлап, ҡысҡырып ҡасҡан. Имеш.
Ошо лаҡапты мин "ҡар" теленә күсерергә маташтым)). Сценка.
Ҡарлымандағы Ҡарабаев Ҡарағол ҡарттың ҡарпыш ҡарсығынан ҡарһүҙ.
Ҡарт ҡарсығына: - Ҡараңгүлдә ҡарама ҡарармын.
Ҡарсыҡ: -Ҡара, ҡара, ҡартыҡайым.
Ҡарағол Ҡараңгүлдәге ҡарамалыҡта ҡарама ҡараштырғас: Ҡарамалар ҡартайған, ҡарсыҡҡа ҡарағат ҡараштырайым.
Ҡараңғыланды. Ҡарт - ҡарағатлыҡта. Ҡаршыһында - ҡарп-ҡарп ҡарпышлы ҠАРАСҠЫ!
-Ҡарауыл, ҡарауыл!
Ҡарт ҡарасҡыға ҡарап ҡарлыға.
Ҡарасҡы ҡарҡылдай: - Ҡарауыл, ҡарауыл! Ҡараҡтар ҡаршымда!
Ҡарт: - Ҡарсыҡ?
Ҡарсыҡ: - Ҡарағол?!
ГӨЛНАЗ ҠЫЛЫСБАЕВА, АБЗАН АУЫЛЫ:
Йәш саҡта интернатта булған хәл.
Ҡыҙҙар-ҡыҙсыҡтар - артистар. Ҡарауылсыны ҡыҙыҡтырырға ҡарарланылар. Аҡ ҡораманы алдылар ҙа, ҡыҙҙар ҡарасыҡ рәүешләнделәр. "Ҡаштар-ҡараштар" - ҡарайтылды, ҡыҙартылды. Ҡурҡыныс ҡына ҡарасҡы ҡарауылсыны аптыратырға ашыҡты. "Ҡапҡаһын" ҡаҡтылар. Ҡарауылсы аптыранып, ҡысҡырҙы. Ҡарасҡы ҡыҙҙар ҡабаттан ҡапҡа ҡаҡты. Ҡарауылсы ҡапҡаһын асҡайны - ҡаршыһында ҡарасҡы! Ҡурҡышынан ҡатып ҡалды... Ауыҙын астып, аптыранғанынса, ҡарасҡы ҡиәфәтендәге ҡыҙҙар ҡастылар.
ӘНЗИНӘ АҘНАҒОЛОВА, БИКБИРҘЕ АУЫЛЫ:
1) Ауылда анау ҡыйыш аяҡтарҙы ҡулға ҡатып апайҙар,ағайҙар ашыға-ашыға атлағанда, ҡарҙа аунап ҡыуанған Ринат:
- Атай, атай, ҡара-ҡара, анау апайҙарҙың аяҡтарында ҡаталары ҡатылмаған,- тип ҡысҡырған.
Апайҙар, ағайҙар, алайтып ҡаталарығыҙҙы ҡатмай ҡарҙа атламағыҙ. Атыу, ана, ҡарағыҙ, Ринат ҡалайтып аптырай... ("скандинавская ходьба" тураһында)
2) Аптырап ҡайтҡан...
Ауылдағы апайҙы ҡалаға ҡунаҡҡа апарғандар.Ҡаланы ҡарап апайыбыҙ арыған. Арыһа ла ҡаланы апайыбыҙ ҡыҙыҡһынып, аптырап ҡараған. Алып ҡайтҡандар апайыбыҙҙы.Ҡайтҡас, ҡарсыҡтарҙы, апай – ағайҙарҙы ҡунаҡҡа алған. Ҡыуанып: - Ринатыма рәхмәт, ҡалаға апарып, ҡарамағандарҙы ҡаратып, күрмәгәнде күрһәтеп алып ҡайтты, - тип ҡарҡылдаған, ти.
3) Рустарҙың ризығын (сало) ҡырҡып ашаған атаһына ҡаршыһындағы Айрат:
- Атай-атай, ҡана, ризығыңды ҡырҡып ашат. Русса атыу рәтләп аңламай ҡаңғырам, ашаһам, арыу ҡаңҡылдамаммы?
Рус ризығын ашап ҡына русса арыу ҡаңҡылдаһаң рәхәтләнерһең, ай-ай.
4) Ҡаҙҙарың ас, ағай…
Ауылда ашлыҡҡа ҡытлыҡ ҡалмаған. Араҡы ҡапҡан ағай рәйескә ашлыҡ апарған.
- Ағай, ал! Ҡапсығына – араҡы.
- Аһа, рәйескә - ашлыҡ?! Ҡара аны! - аҡырған, асыуланған рәйес.
Аптыраған рәйес ауылдашына:
- Анау, Рәшит, араҡы ҡабып алған да, ашлыҡҡа араҡы алмаштыра, ҡалай алйот!
- Алмаштырғас, алырға ҡалған. Ана,ҡаҙҙарың ас, ҡаңҡылдап-ҡаңҡылдайҙар, - ти Рәшит.
5) Ҡарҙыр анда...
Ҡар, ҡар, ҡар... Ҡайҙа ҡарама ҡар... Ағайға Аҙаҡлыға ҡарҙы рәтләп (бульдозер менән) ҡайтырға ҡушалар. Ағай, ҡыҙыҡ ҡына:
- Аһа, анда ҡалайтып рәтләйем?! юлды ҡар ҡаплағандыр ул, - тип әйтә ти.
6) Ҡасандыр ауылды ҡар арыу ҡаплағайны. Ҡарҙы рәтләп арыған ағай.
Ҡыҙыҡ ағай ҡапҡа алдының ҡарын ҡырырға Айратҡа ҡысҡырған. Ҡарҙы ҡырғас, ҡапҡылап алғандар, “аҡбаш” ты ҡаҡҡандар. ”Аҡбаш” ҡалмағас, ағай апайға: "Апаҡайым, ҡапҡа алдынан, ҡарһыҙҙан атларһың, “аҡбаш”ыңды һин дә сығар, ти икән.
7) Ауылыбыҙҙағы апай ҡаҙанда аш ҡайната. Ҡайнаған ҡаҙанға аранан аҡ ҡата ҡапланған. Апайыбыҙ, ҡаҙандан алған да ҡатаны, эй, ҡыйнаған, эй, ҡыйнаған. (Баҡһаң, ул ҡатаны бесәй, тип уйлаған икән).
Читайте нас: