Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы

Кисә шулай тип аталған республика КВН бәйгеһенең район этабы үтте. Йыл да үткәрелә килгән КВН-да быйыл ҡатнашыусылар күп булманы – Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты, 1-се, 2-се һәм Абзан мәктәптәре командалары ҡатнашып, сәләмләү, капитандар һәм фристайл бәйгеләрендә көс һынашты. Һәр ҡайһыһы үҙенең отҡорлоғон, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемен, командала эшләй, шаярта белеүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә 2-се мәктәптең “Жезл” командаһы (етәксеһе Л. Псәншина) – беренсе, абзандар – икенсе урындарҙы алды. Гимназия менән 1-се мәктәп командалары иһә өсөнсө урынды бүлеште. “Иң шәп капитан” номинацияһында Рәлиф Бикташевҡа (Абзан) етеүсе булманы. Командалар барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, ә еңеүсе команда КВН-дың Республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Уларға уңыштар теләйек! Фәүзиә Ҡаракинова, “Йәйғор” балалар ойошмаһы етәксеһе.

Кисә шулай тип аталған республика КВН бәйгеһенең район этабы үтте.
Йыл да үткәрелә килгән КВН-да быйыл ҡатнашыусылар күп булманы – Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты, 1-се, 2-се һәм Абзан мәктәптәре командалары ҡатнашып, сәләмләү, капитандар һәм фристайл бәйгеләрендә көс һынашты. Һәр ҡайһыһы үҙенең отҡорлоғон, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемен, командала эшләй, шаярта белеүен күрһәтте.
Һөҙөмтәлә 2-се мәктәптең “Жезл” командаһы (етәксеһе Л. Псәншина) – беренсе, абзандар – икенсе урындарҙы алды. Гимназия менән 1-се мәктәп командалары иһә өсөнсө урынды бүлеште. “Иң шәп капитан” номинацияһында Рәлиф Бикташевҡа (Абзан) етеүсе булманы.
Командалар барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, ә еңеүсе команда КВН-дың Республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Уларға уңыштар теләйек!
Фәүзиә Ҡаракинова, “Йәйғор” балалар ойошмаһы етәксеһе.
Читайте нас: