Алдығыҙҙа - СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Әхмәт Лотфуллиндың "Өс ҡатын" картинаһы. Был, әлбиттә, күптәргә яҡшы таныш, киң билдәле сәнғәт әҫәре. Әммә бөгөнгө һорауыбыҙ сәнғәттән йыраҡ булыр.
Ҡатындарға күҙ һалығыҙ. Күптәребеҙ урындыҡта, йә ҡырҙа ергә ашъяулыҡ йәйеп ултырғанда ошо өс ҡатын кеүек ултырырға ғәҙәтләнгән. Баҡтиһәң, башҡорттар ғына түгел, башҡа мосолман халҡы ла был позаға өҫтөнлөк бирә, хатта Кавказ яғында былай ултырыу Пәйғәмбәребеҙҙең бер васиятын үтәүгә, ниндәйҙер гонаһтан азат булыуға килтерә, тип иҫәпләйҙәр икән.
Һүҙ ниндәй гонаһ хаҡында бара?
Дөрөҫ яуап биреүсегә - БЕР МӘРӘЙ. Ә ул гонаһ менән был ултырыу позаһы нисек бәйле булыуын аңлаткан төркөмдәшкә тағы ла ИКЕ МӘРӘЙ яҙыласаҡ. Тимәк, бөгөн һәр кемдең ӨС МӘРӘЙ "эшләрлек" мөмкинлеге бар.
Башланыҡ! Яуаптар, ғәҙәттәгесә, 23.00-гә тиклем "сообщение" аша ҡабул ителә.