"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Туғанҡайым, һиңә әйтәм…”

"Туғанҡайым, һиңә әйтәм!" бәйгеһенә хаттар килеүен дауам итә. Бөгөн беҙ һеҙгә Ярғайыш ауылынан Данил Йәүҙәт улы Биканов сәләм-хатын тәҡдим итәбеҙ. Шундай йылы һүҙҙәр, тойғолар менән һуғарылған эстәлекле хат! “Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәре!Бөгөнгө һанды ҡарап сыҡҡандан һуң, мин дә ҡулға ҡәләм алып әҙ-мәҙ шиғыр ебәреп ҡарарға булдым, әлеге тема буйынса. Әтеү инде нисәмә йыллап шиғыр-йырҙарҙы яҙған юҡ ине. Элегерәк, йәш дәртле саҡтарҙа, әле Мәғәфүр Ғиниәт улы (мәрхүм) эшләгән ваҡыттарҙа, шиғыр-йырҙарымды “Ейәнсура таңдары”на ебәреп тора торғайным. Әле шул осҡондо миндә уятып ебәрҙегеҙ шикелле – уныһы өсөн һеҙҙең барығыҙға ла бик ҙур рәхмәтлемен. Һәм шулай уҡ, форсаттан файҙаланып, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә етеп килгән 2020 йыл менән ҡайнар ҡотлайым! Еңел булмаған эшегеҙҙә тағы ла тырышлыҡ, әүҙемлек һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем! Минең кескәй генә шиғырыма баҫмағыҙҙа бер кескәй генә урын булырына өмөт итеп, сәләм менән һеҙгә Данил Йәүҙәт улы Биканов”. Данил ағайҙың бәйгегә ебәргән шиғырын сайтта уҡығыҙ.

Сысҡан туған, минең көн бөттө,
Һин баҫаһың минең урынға.
Нисек йылды алып барыуыңа
Тапшырамын һинең ҡулыңа.
Мин үткәргән йылды әҙәм заты
Ҡайғырырлыҡ хәлдә булманы.
Тырышҡандар тапты,
Ялҡауҙар юғалтты.
Ҡай берәүҙәр һис тә уңманы.
Һайлауҙар ҙа булды,
Баш һайланыҡ.
Байрамдар ҙа гөрләп үттеләр.
Ҡыштарын да сыҡтыҡ,
Беҙ туңманыҡ,
Йүнен күрҙек, һис юғалманыҡ.
Бына шулай, сысҡан брат, хәлдәр,
Ә мин – ялға, бик ныҡ арыным.
Килеп сыҡһа әгәр ауыр мәлдәр,
Ҡаушамаҫҡа тырыш, йомшағым.
Эй, әйткәндәй, үтенесем һиңә,
Бирешмәҫкә тырыш, сабыр бул.
Халҡыбыҙҙы этләтмәҫкә тырыш,
Һәм теләйем һиңә изге юл!
Данил Биканов.
Ярғайыш ауылы.
Читайте нас: