Сусҡа Саҡырған Сысҡанды...
Сейә сейәнән семәрле ситән,
Сәскә сәскәнән селтәрле солан.
Семәрле ситәндә Сусҡаҡай,
Селтәрле соланда сая Сысҡанҡай.
Сәләмләп Сусҡа саҡырҙы Сысҡанды,
Селтәрле соландан сыҡты Сысҡаны.
Сысҡан сыҡты ла сиртте Сусҡаға,
Сусҡа сайҡалып сыҡты соланға.
Селтәрле соланда – самауыр сәйе.
Сатанлап Сусҡа сәлдерҙе сейәне.
Сырылдай Сусҡа, сәрелдәй Сысҡан.
Ситәнгә Сысҡан сәтләүек сәсә,
Сабыр Сусҡа сәтләүек сиртә.