Бөтә яңылыҡтар

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле дуҫтар! 2020 йылдың тәүге яртыһына “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу, редакцияла ремонт барыу сәбәпле, яңы йылдың ғинуар айына күсерелә. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиткә кәмендә 6 айға яҙылырға ла, квитанция күсермәһен редакциялағы махсус ҡумтаға һалырға кәрәк. Кемдәр яҙылып та, онотоп йөрөй, иҫкәртәбеҙ, квитанцияларығыҙҙы төшөрә һалығыҙ! Яҙылып өлгөрмәгәндәрҙе лә ҡыуандырырға ашығабыҙ: ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу 2020 йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтыла. Тағы ла сер итеп кенә хәбәр итәбеҙ, былай бүләктәрҙән тыш, спонсорҙарыбыҙ хәләл ризыҡтар ҙа тәҡдим итә, улар араһында кәрәҙле һәм 3 литрлы банкаларҙа бал, ҡаҙ, өйрәк һәм ҡаҙы һ.б. бар. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Читайте нас: