Бөтә яңылыҡтар

Сысҡан силсәүитом стал!

Сәүкә – силсәүит, сыйырсыҡ – сәркәтиб сағында, ситтә, Сыуашстандың Суйынсыһында сүп-сарға, сатыр-соторға, саңға сумып, соҡорҙа соҡоноп, “слабак”, сәйер сусҡа – Сайранова Серафима Сафроновна сөкөрҙәгән, сыуалған. Сиңерткәләй сибек, сирләшкә, сырхау, самалы Серафима сиреналай сыйылдап-сыйылдаған, сәүмәлйегән, сатанлап-сатанлаған, сабыулаған, сығырҙан сыҡҡан.

Сәүкә – силсәүит, сыйырсыҡ – сәркәтиб сағында, ситтә, Сыуашстандың Суйынсыһында сүп-сарға, сатыр-соторға, саңға сумып, соҡорҙа соҡоноп, “слабак”, сәйер сусҡа – Сайранова Серафима Сафроновна сөкөрҙәгән, сыуалған. Сиңерткәләй сибек, сирләшкә, сырхау, самалы Серафима сиреналай сыйылдап-сыйылдаған, сәүмәлйегән, сатанлап-сатанлаған, сабыулаған, сығырҙан сыҡҡан. Суҡына-суҡына сиратында, сәғәтендә Серафима Сафроновна силсәүитләнгән. Силсәүит сусҡа сәтләүектәр, себен, симешкә сирткән, селедка, сабаҡ, сайра, суртан, сысҡан сәйнәгән, сәпсим саманан сыҡҡан.Сихәтләнгән, сәләмәтләнгән, собханалла!
Сараһын, сәбәбен сығарып, сюрприз сырамытып, Серафима Сафроновна сысҡанды – Самат Сәмиевичты сәйгә саҡырған.
Самат Сәмиевич, соландан сүкешен, сарҙаҡтан салғыһын, сыбыртҡыһын сәлдереп, сумаҙан,сумочкаларын санаға сырмап, саңғыла сәфәр сыҡҡан. Сатлама! Сигенмәгән Сәмиевич, серәшкән.
Сеү! Серафима силуэты! Сәләмләшкәндәр. Самат семәрле ситектәрен, сапанын сискән. Серафима Сафроновнаға сумаҙандан сирен сәскәһе, суҡлы сапан, сигеүле селтәр, сулпылар, смартфон сәпәгән, сумочканан сирек сәмәй, свежий сало сығарған.Серафиманың сөмбәйҙәре секерәйгән!Сикһеҙ сабыулаған.
Сусҡаханаһында самауырын сығарып, сынъяһау сәйнүктән сын-сынаяҡтарға сәй сылтырлатып, сало сәнскеләп, сырлап, сөгөлдөрләп, салатлап, сутыр-сутыр серҙәр серләштеләр, сихырланылар, сәйнәнеләр, сәйләнеләр, сәмәй сөбөрҙәттеләр.
Сәмәйҙән сөмбәйҙәр салышайҙы. Сараһыҙҙан сәбәп сығарып, сый-сыйлап, Самат Сәмиевич сусҡа Серафиманы сыйылдатып-сыйылдатты, сыбыртҡылап, сығырынан сығарҙы, силсәүиттән сигендерҙе – сам силсәүитом стал!
Супер!Сенсация! Сысҡан – силсәүит Самат Сәмиевич сиратында суҡ-суҡ сәләмәтлектә, сирләмәй, сырхауламай, сыр-сыуланмай сөкөрҙәшәйек!Сысҡандай сыҙамлылыҡҡа, саялыҡҡа, суперлыҡҡа сорналайыҡ! Самат Сәмиевич сиратын сәбәләнмәйсә, сыпраңламайса, салышҡа – Сәфәр Саҙриевичҡа сәпәһен!
Әнзинә Аҙнағолова. Бикбирҙе ауылы.
Читайте нас: