Бөтә яңылыҡтар

"Туғанҡайым, һиңә әйтәм!" (бәйге )

Бәйгегә ебәрелгән хаттарҙы һеҙҙең хөкөмгә сығарыуҙы дауам итәбеҙ. Ғәббәс ауылынан Рәсүл ағай Шәмсетдиновтың шиғри юлдарға һалынған яуабын сайтта уҡырһығыҙ.

Төш
Һарайҙағы бер сусҡа
Ашап торғанда бутҡа,
Күргәндә уны сысҡан,
Үҙ ояһынан сыҡҡан.
Улар һөйләшкән хәбәр
Саф алтынға бәрәбәр.
Ышанһағыҙ был һүҙгә,
Һөйләйем әле һеҙгә.
“Ҡаты морон, тиһәләр ҙә
Минең күңелем йомшаҡ:
Әллә шуға быйылғы йыл
Эштәрем барҙы бушаҡ.
Сысҡан туған, был донъяға
Хужа булғас, һин быйыл
Кешеләрҙең кеҫәһенән
Аҡса урлауҙан тыйыл!
Юҡһа, күп кенә башлыҡтар
Кеҫәһен ҡалынайтты.
Хужа һәм ябай халыҡтың
Араһын һалҡынайтты.
Ябай халыҡ кәңәшен тот,
Халыҡты ябай тимә:
Хатта ыштан һыпырыла,
Булмаһа ябай төймә.
Сит илдәргә газ үткәрҙем –
Үҙ халҡым газһыҙ йәшәй.
Халыҡ миңә һуҡранмаһын –
Һин, берүк шуны эшлә!
Милләттәрҙең араһынан
Үтмәһен ҡара бесәй.
Ҡара бесәй үтә икән –
Таралыр, бөтөр Рәсәй!”
Ышанһаң, ышанмаһаң да
Бөгөн шундай төш күрҙем.
Кемгәлер фәһем булһын тип,
Шуны һеҙгә еткерҙем.
Читайте нас: