Бөтә яңылыҡтар

#яңыйылбәйгеһе "Туғанҡайым, һиңә әйтәм..."

Гөлнур Ҡолсурина, Үтәғол ауылы.Ҡабан күҙен аҡшайтып,Сысҡанға ҡарап былай тей:– Минең йыл үтеп бара,Һинеке етеп килә.Йылым бик һәйбәт үтте,Барыһы ла ҡәнәғәт.Бына һин ни эшләрһең икәнШул ғына кәүҙәң менән.Йыл буйына бар ғаләмгәХакимлыҡ итә алаңмы?Булыр тиһеңме һинеҺанаусылар “әҙәм”гә?Сысҡан ҡабанға текләпБылай тип яуап биргән:Эй, иҫәркәй – ҡаты морон,Эш кәүҙәләме ней.Мин бәләкәй булһам даҺәр ергә лә өлгөрәм,Келәт, баҙҙарҙыБарыһын да тикшерәм.Һин йоҡонан тормаҫ боронБаҫыуҙағы шытымдарҙыЕрҙе соҡоп тикшерәм.Үтеп барған техниканы,Малдарҙы ла һанайым.Һәм тиҙ генә минеҠыуған бесәйҙән дә ҡасамын.Барыһы ла һәйбәт булыр,Борсолмағыҙ, туғандар!Бары тик теләк кенә:Тырышлыҡ булһын, уландар.Сысҡанға ышанығыҙ,Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ҡабан күҙен аҡшайтып,
Сысҡанға ҡарап былай тей:
– Минең йыл үтеп бара,
Һинеке етеп килә.
Йылым бик һәйбәт үтте,
Барыһы ла ҡәнәғәт.
Бына һин ни эшләрһең икән
Шул ғына кәүҙәң менән.
Йыл буйына бар ғаләмгә
Хакимлыҡ итә алаңмы?
Булыр тиһеңме һине
Һанаусылар “әҙәм”гә?
Сысҡан ҡабанға текләп
Былай тип яуап биргән:
  • Эй, иҫәркәй – ҡаты морон,
  • Эш кәүҙәләме ней.
    Мин бәләкәй булһам да
    Һәр ергә лә өлгөрәм,
    Келәт, баҙҙарҙы
    Барыһын да тикшерәм.
    Һин йоҡонан тормаҫ борон
    Баҫыуҙағы шытымдарҙы
    Ерҙе соҡоп тикшерәм.
    Үтеп барған техниканы,
    Малдарҙы ла һанайым.
    Һәм тиҙ генә мине
    Ҡыуған бесәйҙән дә ҡасамын.
    Барыһы ла һәйбәт булыр,
    Борсолмағыҙ, туғандар!
    Бары тик теләк кенә:
    Тырышлыҡ булһын, уландар.
    Сысҡанға ышанығыҙ,
    Яңы йыл менән, дуҫтар!
    Гөлнур Ҡолсурина. Үтәғол ауылы.
    Читайте нас: