Бөтә яңылыҡтар

Даланлылар гәзитле лә, бүләкле лә булды

Бүләк уйнатыуҙы үҙебеҙҙең һөнәри байрамға – Рәсәй матбуғаты көнөнә тап килтергәйнек. 13 ғинуарҙа, билдәләнгән мәлгә редакция фойеһында байтаҡ райондаш йыйылды. Әйткәндәй, сара “Ейәнсура таңдары” гәзитенең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә тура эфирҙа барҙы.“Ейәнсура таңдары” редакцияһы әҙерләгән 21 бүләк квитанция күсермәһен алып килгән (ебәргән) 600-гә яҡын подписчик араһында уйнатылды. Йәш дуҫтарыбыҙ Айгүзәл Йәнсурина менән Карина Байгилдина ярҙамында даланлыларҙың өлөшөнә нимә төшкән икәнлеге асыҡланды.

Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы һуңында гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу матур йолаға әйләнде. Һуңғы осорҙа бүләктәрҙе ай дауамында аҙна һайын уйната килһәк, быныһында бер көндө үткәрергә ҡарар иттек. Беҙҙең был ниәтебеҙҙе күтәреп алып, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто бүлгән аҡсаға өҫтәп, уҡыусыларыбыҙҙы шәп приздар менән һөйөндөрөүгә кемеһе – аҡсалата, кемеһе бүләкләтә ярҙам иткән бағыусыларыбыҙ: “БашКредитҮҙәк” КПК-һы идаралығы рәйесе Әлиә Мәхийәнова, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы Сабит Фазлыев, Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Йәркәев, Байыш ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ҡуланшин, Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Мәүлит Шәрипов, “Альфа” магазины хужаһы Роберт Ғөбәйҙуллин, шәхси йүнсел Ләйсән Йосопова, “Сура” кооперативы директоры Фуат Толомбаев, умартасылар Салауат Сәғитов, Рафиҡ Ноғоманов һәм “Маяҡ” хужалығы директоры Шәкирйән Ямғуровҡа ҙур рәхмәтлебеҙ! Эштәрегеҙ – уң, изге күңелегеҙ һәр саҡ көр һәм бөтөн булһын, һау-сәләмәт булығыҙ!
Бүләк уйнатыуҙы үҙебеҙҙең һөнәри байрамға – Рәсәй матбуғаты көнөнә тап килтергәйнек. 13 ғинуарҙа, билдәләнгән мәлгә редакция фойеһында байтаҡ райондаш йыйылды. Әйткәндәй, сара “Ейәнсура таңдары” гәзитенең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә тура эфирҙа барҙы.
“Ейәнсура таңдары” редакцияһы әҙерләгән 21 бүләк квитанция күсермәһен алып килгән (ебәргән) 600-гә яҡын подписчик араһында уйнатылды. Йәш дуҫтарыбыҙ Айгүзәл Йәнсурина менән Карина Байгилдина ярҙамында даланлыларҙың өлөшөнә нимә төшкән икәнлеге асыҡланды.
Шулай итеп, электр духовкаһы-тандыр – Ш. Кинйәбаев (Башҡорт Бармағы);
бензобысҡы – Фәүзиә Мәүлитова (Иҫәнғол, Ҡыҙылармеецтар урамы);
электр ит турағысы – Илмир Мырҙабулатов (Яңы Павловка, З. Биишева урамы);
мантоварка – Ғайса Тоҡомбәтов (Сәғит, С. Юлаев урамы);
блендер –Гөлнәзирә Мөхәмәтйәнова (Байыш, Мәктәп урамы);
дрель – Гөлнур Абдрахманова (Иҫәнғол, Совет урамы);
асҡыстар йыйылмаһы –Гөлсинә Аҡъюлова (Иҫәнғол, Төҙөлөш урамы);
электр сәйгүне – Зөфәр Иҙрисов (Ибрай, Йәштәр урамы);
үтек – Зөбәржәт Урманбәтова (Бикбау, Үҙәк урам);
термос – Гөлнара Аҡбутина (Иҫәнғол, Шайморатов урамы);
фонарь – Лира Мөхәмәтова (Иҫәнғол, К. Маркс урамы);
сэндвичница – З. Әхмәҙиева (Ишемғол, Йәштәр урамы);
кер киптергес – Маһиҙә Әбделғужина (Үрге Муйнаҡ, Үҙәк урам);
кәрәҙле бал – Ф. Яҡшыбаева (Әбүләис, Ш. Бабич урамы);
постель комплекты – Рәмил Мырҙабулатов (Яңы Павловка, Баҫыу урамы);
3 л бал – Фәрзәнә Тайсина (Сирғол, Мәктәп урамы),
М. Сырлыбаева (Өмбәт ауылы, Үҙәк урам);
ҡаҙ түшкәһе – Лилиә Хәмзина (Иҫәнғол, Корнеев урамы);
өйрәк түшкәһе – Лариса Хәсәнова (Яңы Павловка, Б. Ишемғол урамы);
ҡаҙы – Гөлзифа Байбулатова (Иҙелбәк ауылы, Мәктәп урамы);
1 тоҡ бойҙай Әхмәт Кинйәбулатов (Күгәрсен, Шоссе урамы) өлөшөнә төштө.
Ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе эш көндәрендә редакциянан килеп алыуығыҙ һорала. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм ИНН алырға онотмағыҙ!
Читайте нас: