21 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге 2020 йыл – Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылы, Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителеүе сиктәрендә, 21 февраль – Туған телдәр көнөнә арнап, балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында...» исемле яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсын үткәрҙе. «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһы менән берлектә уҙғарылған был сарала район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары төрлө категорияларҙа көс һынашты. Тыуған илгә һөйөү-ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, балаларҙың һөйләү телмәренә, фекерләү ҡеүәһе үҫешенә булышлыҡ итеү, кескәйҙәр күңелендә һүҙ сәнғәтенә, әҙәбиәткә, шиғриәткә ыңғай эмоциональ ҡараш булдырыу маҡсатында уҙғарылған бәйгелә бөтәһе 58 бала (!) ҡатнашты.
Жюри ағзалары: Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге директоры Гөлназ Юлдашбаева, район ветерандары Советы рәйесе Нәзирә Кәримова, “Үҫәргән” халыҡ театры етәксеһе Радмир Дәүләтбәков, “Ейәнсура таңдары” гәзите хәбәрсеһе Айгөл Ҡылысбаева балаларҙың яттан һөйләү, һүҙгә маһирлыҡ, сәхнә оҫталығын яҡшы үҙләштереүен, һайлаған шиғырҙың конкурс шарттарына, темаһына тап килеүенә ҡарап, баһалап ултырҙы.
Әйтергә кәрәк, ҡатнашыусылар ентекле әҙерләнгән, күпселегенең сығышы темаһына тап килде. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәргә ҡыйыулыҡ етеңкерәмәне, шиғыр юлдарын онотоп тороусылар ҙа булды. Шулай ҙа ҡыйыулыҡ туплап, сығыш яһарға йөрьәт иткәндәре өсөн генә лә уларҙың һәр береһен бүләкләрлек ине. Бөтә сығыштар тыңланып бөтөп, жюри ағзалары кәңәшләшер өсөн йыйылғас, балалар алдында Радмир Рәил улы һәм башҡорт гимназияһы китапханасыһы Нурия апай Ҡунысбаева туған тел тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ҡатнашыусылар уларҙың сығыштарынан ғүмерҙәренә етерлек һабаҡ алғандыр.
Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре бөтәһе 17 булды, улар араһында өсөнсө урынды Роксана Мөҡсинова (“Тирмәкәй” баҡсаһы) алды, икенсе урын – Даян Хисаметдиновта (“Ләйсән” баҡсаһы), беренсе урынды Динислам Хәйбуллин (“Аленушка”) яуланы.
Башланғыс класс уҡыусылары (28) араһында Йәмил Күсәков (Трушин мәктәбе, 2-се класс) һәм Шамил Атйетәров (Иҫәнғолдоң икенсе һанлы мәктәбе, 3-сө класс) – өсөнсө, Салауат Аҡъюлов (башҡорт гимназия-интернаты, 2-се класс) менән Ислам Йылҡыбаев (Ф. Солтанов мәктәбе, 3-сө класс) икенсе урындарға сыҡты, ә беренсе урын, хаҡлы рәүештә, Ильяс Йәнбәковҡа (башҡорт гимназия-интернаты, 4-се класс) бирелде.
Урта класс уҡыусылары (6) араһында өсөнсө урынды Муйнаҡ мәктәбенән Зөлхизә Ҡотошова (7-се класс) алды, икенсе урында –социаль приюттан Айгүзәл Аҙнабаева (7-се класс) һәм Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенән Сынбулат Хәсәнов (6-сы класс) беренсе урынға лайыҡ булды.
Өлкән класс уҡыусылары араһында ла бөтәһе алты ҡатнашыусы булып, Ибрай мәктәбенән Рәмзилә Ҡолғарина – өсөнсө урында, икенсе урында – Абзан мәктәбенән Элмира Ҡыуатова (9-сы класс) һәм беренсе урында – Яңыбай мәктәбенән Гөлсибәр Ҡансурина (10-сы класс).
Өҫтәмә белем биреү мәктәбенән бер генә ҡатнашыусы – Алтынай Ямғурова (ЦРТДЮ, 7-се класс) булды, уға беренсе урын бирелде.
Уҡыусылар номинацияларҙа ла билдәләнде:
“Иң үҙенсәлекле башҡарыусы” – Зөлхизә Ураҡаева, Иҙәш мәктәбе.
“Иң хисле башҡарыусы” – Азалия Хасанова, Ләйсән” балалар баҡсаһы.
“Иң оҫта башҡарыусы” - Әлфинә Бикбаева, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбе.
“Иң яҡшы образ” – Арыҫлан Ҡыуандыҡов, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы.
“Еңеүгә ынтылыш” – Рамаҙан Аҙнабаев, Күгәрсен мәктәбе.
“Иң лирик башҡарыусы” – Сыңғыҙ Булатасов, Абзан мәктәбе.
“Иң ихлас башҡарыусы” – Азалия Ғүмәрова, башҡорт гимназия-интернаты.
“Иң сағыу башҡарыусы” – Ирхан Яубаҫарова, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбе уҡыусыһы
“Иң тасуири башҡарыусы” – Диана Ураҡаева, Иҙәш мәктәбе.
“Маҡсатҡа ынтылыш” – Нургөл Әбизова, Ф.Солтанов исемендәге мәктәп.
“Тел матурлығын асыусы” – Зәбир Татлыбаев, Ибрай мәктәбе.
“Иң йәш башҡарыусы” – Айназ Юлдашбаев, “Ләйсән” балалар баҡсаһы.
«Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында...» исемле яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсы тамам. Бындай бәйге киләсәктә лә ойошторолоп торор, телебеҙҙең матурлығын тулыһынса асып бирерлек ҡатнашыусыларыбыҙ тағы ла күберәк булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. “Ейәнсура таңдары” гәзите башлап ебәрһә лә, уны ойоштороуҙы һәм үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алған Гөлназ Хәким ҡыҙы етәкләгән Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.