Бөтә яңылыҡтар

Райондың суперөләсәйе

– Еңермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Әхирәтем ебәргәйне иғланды, ҡатнашырға булып киттем. Ә ҡатнашыусыларҙы күргәс инде, бөтөнләй ҡойолоп төштөм. Уларҙың күпселеге менән аралашмаһам да, “заочно” белә инем. Иҙәштән Зифа Ишмырҙинаның хикәйәләрен уҡып барам, Бикбауҙан Гүзәл Итбаева шундай бер буй етмәҫлек кеше кеүек ине миңә, Әнисә Сәлихова, Гөлсәсәк Килдейәроваларҙың да сығыштарын күргәнем бар. Әлеге сарала өләсәйҙәрҙең һәр береһе менән яҡындан таныштыҡ, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп торҙоҡ. Бигерәк тә миңә ныҡ ярҙам иттеләр, алдан әйтеүемсә, берәү ҙә белмәй ҡалды, – район мәҙәниәт йортонда уҙған “Суперөләсәй – 2020” еңеүсеһе титулына эйә булған Асия Шәйәхмәтова үҙенең тәьҫораттары менән бүлешә.– Еңермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Әхирәтем ебәргәйне иғланды, ҡатнашырға булып киттем. Ә ҡатнашыусыларҙы күргәс инде, бөтөнләй ҡойолоп төштөм. Уларҙың күпселеге менән аралашмаһам да, “заочно” белә инем. Иҙәштән Зифа Ишмырҙинаның хикәйәләрен уҡып барам, Бикбауҙан Гүзәл Итбаева шундай бер буй етмәҫлек кеше кеүек ине миңә, Әнисә Сәлихова, Гөлсәсәк Килдейәроваларҙың да сығыштарын күргәнем бар. Әлеге сарала өләсәйҙәрҙең һәр береһе менән яҡындан таныштыҡ, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп торҙоҡ. Бигерәк тә миңә ныҡ ярҙам иттеләр, алдан әйтеүемсә, берәү ҙә белмәй ҡалды, – район мәҙәниәт йортонда уҙған “Суперөләсәй – 2020” еңеүсеһе титулына эйә булған Асия Шәйәхмәтова үҙенең тәьҫораттары менән бүлешә.Мәҡәлә менән сайтта танышырһығыҙ.улыһынса сай

“Минең шундай шәп сарала ҡатнашҡанымды яҡындарым белмәй ҙә ҡалды”, – ти Асия Шәйәхмәтова
– Еңермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Әхирәтем ебәргәйне иғланды, ҡатнашырға булып киттем. Ә ҡатнашыусыларҙы күргәс инде, бөтөнләй ҡойолоп төштөм. Уларҙың күпселеге менән аралашмаһам да, “заочно” белә инем. Иҙәштән Зифа Ишмырҙинаның хикәйәләрен уҡып барам, Бикбауҙан Гүзәл Итбаева шундай бер буй етмәҫлек кеше кеүек ине миңә, Әнисә Сәлихова, Гөлсәсәк Килдейәроваларҙың да сығыштарын күргәнем бар. Әлеге сарала өләсәйҙәрҙең һәр береһе менән яҡындан таныштыҡ, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп торҙоҡ. Бигерәк тә миңә ныҡ ярҙам иттеләр, алдан әйтеүемсә, берәү ҙә белмәй ҡалды, – район мәҙәниәт йортонда уҙған “Суперөләсәй – 2020” еңеүсеһе титулына эйә булған Асия Шәйәхмәтова үҙенең тәьҫораттары менән бүлешә.
Асия Шәүкәт ҡыҙына ҡарап, бер ҙә өләсәй тип әйтмәҫһең, ә уның ейәнсәре Динәгә инде йәш тә туғыҙ ай. Кескәй ҡыҙ сара барышында йүгереп йөрөп, бөтәһе менән фотоға төшөргә лә өлгөргән. “Һәр бер номер үҙенсә ауыр булды. Ә ижади номерым – “Бишек йыры”н үҙгәртеп, ейәнсәремә бағышлап йырлауым – миңә еңеү яуларға ярҙам иткәндер, тип уйлайым”, – ти суперөләсәй.
Әйтергә кәрәк, бәләкәй саҡтан әртис булырға хыялланған ҡыҙ, хәҙер үҙ хыялдарын тормошҡа ашырған тип әйтергә лә була. Атаһы, ғүмер буйы урмансы булып эшләгән Шәүкәт ағай: “Әртистәрҙең тормошо – тормош түгел”, – тигәс, әсәһе Сәйҙә лә атаһын йөпләп торғас, ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай, тәрбиәсе һөнәренә уҡырға Сибайға бара. Ә бит балалар менән эшләр өсөн дә, ысынлап та, төрлө сүрәткә инергә – артист булырға кәрәк. Кескәйҙәргә әкиәттәр һөйләгәндә, улар менән йыр-бейеүҙәр өйрәнгәндә һ.б. ошо һәләтен ҡуллана ул.
“Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Асия Шәүкәт ҡыҙының эш стажы 20 йылға яҡын. Тәүҙә Әбүләис башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, унан алған белеме буйынса Айыу балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп күсерелә. Ошо ауыл менән яҡты хәтирәләр һаҡлай ул: ауылдаш егет Айрат менән ғаилә ҡора, шунан декрет ялына китә.
Әле ҡыҙы Азалия менән кейәүе Радик (Баймаҡ егете) уны өләсәй булыу бәхетенә ирештергән. Йәш ғаилә Иҫәнғолда төпләнергә уйлай, әле өй төҙөй башлағандар. Улы Инсаф Сибай күп профилле колледжында маркшейдер һөнәренә уҡый, бәләкәстәре Ильяс 5-се класта белем ала. Тик тормош иптәше генә ошо шатлыҡлы ваҡыттарҙы кисереүҙән мәхрүм, бер нисә йыл элек ваҡытһыҙ вафат булып ҡалған. Асия ҡайғынан юғалып ҡала. Күршеһенең инеп: “Үҙеңде ҡулға ал, һин әле балаларыңа кәрәк. Эш менән әүрә”, – тип, ҡаты ғына әйтеүе уға ныҡ тәьҫир итә. Бирешмәй Асия, янында йыуанысы-терәге – балалары бар, яратҡан эшенә башкөлләй сума. Тағы ла төрлө кимәлдә уҙған сараларҙа коллективтары менән ҡатнашалар, әле бына “Суперөләсәй”ҙә еңеүе менән дә ғорулана ул. “Кемдәр ҡатнашырға йөрьәт итмәй йөрөй, ҡурҡмай, тәүәкәлләһен, һәр кем дә булдыра ала. Күпме таныштар таптым был сарала. Әле бергә ярышҡан өләсәйҙәр менән ватсапта төркөм булдырып, аралашып торабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамын бергә үткәрергә һөйләштек әле”, – ти Асия Шәүкәт ҡыҙы.
Афарин! Ысынлап та, “өләсәй” тип әйтеүҙәрен ишетеү – ҙур бәхеттер ул. Йылы һүҙҙәре менән ҡанат ҡуйырҙай миһырбанлы ла, мәрхәмәтле лә, изгелекле лә өләсәйҙәре янында саҡта балалар үҙҙәрен икеләтә бәхетле тоя, эшкә, тәртипкә өйрәнеп үҫә. Тағы ла ҡосаҡ-ҡосаҡ ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә яҙһын Һеҙгә, Асия Шәүкәт ҡыҙы!
Читайте нас: