Бөтә яңылыҡтар

АФАРИН! Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә

БДУ-ның филология факультеты сығарылыш уҡыусылары өсөн башҡорт теле фәненән онлайн дистанцион олимпиада үткәрҙе. 90 минут эсендә 60 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Был олимпиадала төплө белеме булғандар ғына яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының 11-се класынан алты уҡыусы ҡатнашты.

БДУ-ның филология факультеты сығарылыш уҡыусылары өсөн башҡорт теле фәненән онлайн дистанцион олимпиада үткәрҙе. 90 минут эсендә 60 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Был олимпиадала төплө белеме булғандар ғына яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының 11-се класынан алты уҡыусы ҡатнашты. Етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы. Һөҙөмтәләр бик ҡыуанырлыҡ! Солтанғужина Алтынай, Аблаева Гөлназ – еңеүсе, Ғөбәйҙуллина Айзилә, Марҡабаева Гөлдәр, Ишмөхәмәтова Яҙгөл, Ғафарова Айгүзәл призёр булдылар! Афарин,ҡыҙҙар! Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә тигәндәй, ҡыҙҙар уҡырға инеү өсөн балл әҙерләп тә ҡуйҙылар. Уҡырға ингәндә еңеүселәргә – дүрт, призерҙарға өс балл өҫтәлә. Тик уңыштар уҡыусыларға һәм уҡытыусыларына!
Читайте нас: