Беҙҙең менән ҡалыуығыҙға бик шатбыҙ!
Иртәгәнән башлап беҙҙең редакция ла "удаленно" эшләй башланы. Нимә арҡаһында икәнен белеп тораһығыҙҙыр. Шул, КОРОНОВИРУС сәбәпсе инде!
Шуға бәйле бөгөнгә һеҙгә эш ошолайыраҡ: ОШО ВИРУС ТУРАҺЫНДА БЕР-ИКЕ КУПЛЕТЛЫҠ ШИҒЫР, йә иһә ТАҠМАҠ ЯҘЫП ЕБӘРЕГЕҘ. Күберәк булһа ла ярай.
Бөгөнгө уйынға ҡатышҡан, шиғыр-таҡмаҡ яҙған һәр кемгә берәр мәрәй яҙыласаҡ. Комментарийҙа ҡабул ителә.
Ә кисәге һорауҙың яуабы: КҮК ЙӨҘӨ.
Дөрөҫ яуап биргән Зөлфиә Аҡсурина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Алсәскә Исхаҡоваға берәр мәрәй иҫәпләнә. Афарин!