Кисәге шаян йомаҡҡа яуаптарығыҙҙы уҡып рәхәтләнеп бер көлөп алдыҡ! Кемдер аҙыҡ-түлеккә, бензинға хаҡ арта тип яуап ебәрһә, кемдер аҡыл арта тигән. Эйе, уйлап ҡараһаң, һәр бер яуап дөрөҫ кеүек, шулай ҙа "Нимә гел генә арта, бер ҡасан да кәмемәй?" тигән йомаҡтың яуабы : КЕШЕНЕҢ ЙӘШЕ.
Бәйгегә яңы уйынсылар ҙа килеп ҡушылды, шуныһы ҡыуаныслы. Дөрөҫ яуап биргәндәр исемлеге: Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәниә Яҡшыбаева, Гөлназ Ҡылысбаева, Зифа Аҙнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Гөлзада Рәхимғолова, Вәсилә Аҙнабаева, Гөлгөнә Яхина, Фатима Исхаҡова, Вадим Сырлыбаев, Рәүфә Аҫылғужина, Шәүрә Хәмитова, Гөлзирә Әмирханова, Алмабикә Дәүләтбаева, Миңзәлә Хисмәтуллина, Зөлфәр Дәүләтшин, Гүзәл Атнағолова, Рәүиә Хажиәхмәтова, Рәйфә Голошубина, Илнара Назарова, Фәрзәнә Тайсина-Туймаҡаева, Лилиә Ахунова, Зөлфиә Мөхәмәтйәнова-Агишева, Алсәскә Исхаҡова.