"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

85 студентыбыҙ - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дипломанты

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алған 85 студент “Мин – профессионал” Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһы дипломанттары тип танылды.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алған 85 студент “Мин – профессионал” Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһы дипломанттары тип танылды.
Был сара “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының флагман проекттарының береһе булып тора. Олимпиада илдең Мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылар “Мин – профессионал” олимпиадаһының өсөнсө миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Призлы урындарҙы проектта ҡатнашҡан 3758 кеше яуланы, уларҙың 85-е - Башҡортостандан. Шулай итеп республика дипломаттар һаны буйынса тәүге ун төбәк исемлегенә инде.
“Дипломант исемен алған студенттар уңыштың еңел бирелмәгәнен яҡшы белә. Олимпиадала еңеүҙең сере – ныҡлы әҙерлек, тырышлыҡ. Шуға күрә күп студенттар был олимпиадала өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша һәм һөҙөмтәләрен яҡшырта. Бер юлы һигеҙ-ун йүнәлеш буйынса ҡатнашҡан кешеләр ҙә бар. Улар уңышлы ярыша, финалға сыға һәм бер нисә дисциплина буйынса дипломант исемен ала”, - ти олимпиада етәксеһе Валерия Касамара.
Башҡортостандан үткән 85 кешенең икәүһе - алтын, берәүһе – көмөш һәм алтыһы бронза миҙал яулаған. 29 студент еңеүсе тип табылған һәм 47-һе - призерҙар. Олимпиада дипломанттары магистратура, аспирантура, ординатураларға уҡырға ингән саҡта льготалар менән файҙалана аласаҡ, шулай уҡ профилле компанияла стажировка үтеү хоҡуғына эйә була. Миҙал яулағандар өсөн 100 меңдән 300 мең һумға тиклем аҡсалата премия ҡаралған.
“Олимпиада дипломанттары булып 70 төбәк студенттары танылды. Тимәк, беҙҙең ил таланттарға бай, һәм илдән ситкә китмәй ҙә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. “Мин – профессионал” проектына бик күп талантлы йәштәр йәлеп ителгән, йыл һайын уларҙың һаны арта. Беҙҙең төп бурыс – белгестәргә үҫештә ярҙам итеү”, - тине “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” директоры Алексей Комиссаров.
Дипломанттар араһында Башҡортостан юғары уҡыу йорттары рейтингы түбәндәгесә: БДМУ (27 кеше), ӨДНТУ (20 кеше), ӨДАТУ (20 кеше), БДУ (11 кеше), БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (2 кеше), БДАУ (1 кеше), Аҡмулла исемендәге БДПУ (1 кеше), БДУ-ның Сибай институты (1 кеше), ӨДНТУ-ның Салауат филиалы (1 кеше), ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (1 кеше).
Фото: nosu.ru
Читайте нас: