Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Бөгөн, ниһайәт, апрель бәйгеһенә башлайбыҙ. Ай дауамында өйҙә ултырыуҙы күңелле генә түгел, файҙалы ла итергә тырышырбыҙ. Йәғни һорауҙар төрлө өлкәнән булыр, хатта ҡайһы берһәренә дөрөҫ яуапты табыр өсөн бер аҙ эҙләнергә лә тура килер. Уның ҡарауы - яңы нәмәләр белерһегеҙ) Әлбиттә, дөрөҫ яуап биреп, иң күп мәрәй туплаусыны бүләк көтә. Был юлы - рауза үҫентеһе!Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, башлайыҡ бәйгене.

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Бөгөн, ниһайәт, апрель бәйгеһенә башлайбыҙ. Ай дауамында өйҙә ултырыуҙы күңелле генә түгел, файҙалы ла итергә тырышырбыҙ. Йәғни һорауҙар төрлө өлкәнән булыр, хатта ҡайһы берһәренә дөрөҫ яуапты табыр өсөн бер аҙ эҙләнергә лә тура килер. Уның ҡарауы - яңы нәмәләр белерһегеҙ) Әлбиттә, дөрөҫ яуап биреп, иң күп мәрәй туплаусыны бүләк көтә. Был юлы - рауза үҫентеһе!
Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, башлайыҡ бәйгене. Һеҙгә һүрәт бирелгән. Ошо һүрәтте уҡырға кәрәк. Дөрөҫ яуаптарҙы, ғәҙәттәгесә, сообщение менән иртәгә, сәғәт 15.00-гә тиклем ҡабул итәбеҙ!
Хәйерле сәғәттә!
Читайте нас: