"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге һорауға килгәндә яуаптар төрлө: ташбаҡалар һыу эҙләгән, йә музыка өсөн ҡулланылған, реформалар ваҡыты һүрәтләнгән тигән фекерҙәр ҙә булды. Дөрөҫ яуап былай: Өйрәтелгән ташбаҡалар тик тормай, ҡыбырлап йөрөгән. Уларҙың өҫтөнә ултыртылған шәмдәр Солтан һарайында үткән кисәләрҙә үҙенсәлекле иллюминация ролен үтәгән.Шулай итеп, дөрөҫ яуап ҡайтарған

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Кисәге һорауға килгәндә яуаптар төрлө: ташбаҡалар һыу эҙләгән, йә музыка өсөн ҡулланылған, реформалар ваҡыты һүрәтләнгән тигән фекерҙәр ҙә булды. Дөрөҫ яуап былай: Өйрәтелгән ташбаҡалар тик тормай, ҡыбырлап йөрөгән. Уларҙың өҫтөнә ултыртылған шәмдәр Солтан һарайында үткән кисәләрҙә үҙенсәлекле иллюминация ролен үтәгән.
Шулай итеп, дөрөҫ яуап ҡайтарған Гөлзирә Әмерханова, Әминә Исхаҡова, Рәйфә Голошубина, Фәймә Исхаҡова, Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Әнисә Сәйфуллина, Фәниә Яҡшыбаева, Эльмира Дәүләтшина, Гөлфиә Киленбаева иҫәбенә мәрәйҙәр яҙып ҡуйылды.
Ә бөгөнгө һорауға килгәндә, ул былайыраҡ: инглиздәр күпме генә өйрәнеп, күпме генә ҡабатлаһа ла, был урыҫ фразаһын дөрөҫ итеп әйтә алмай икән. Ул һүҙҙәр уларҙа барыбер “һары-зәңгәр автобус”ҡа әйләнә лә ҡуя. Был ниндәй фраза икән?
Яуапҡа русса ла, башҡортса тәржемәһен яҙырға ла мөмкин. Уңыштар һәм уйында иртәгә кис осрашҡанға тиклем!
Читайте нас: