Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге һорауҙа һүҙ тәүлектәге сәғәт тә, пәйғәмбәрҙәр ҙә түгел, ә алфавит хаҡында бара ине. Элек, Юлий Цезарь осоронда, латин алфавиты 24 хәрефтән торған. Бөйөк философ Афинадор Цезарға шундай кәңәш биргән:

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Кисәге һорауҙа һүҙ тәүлектәге сәғәт тә, пәйғәмбәрҙәр ҙә түгел, ә алфавит хаҡында бара ине. Элек, Юлий Цезарь осоронда, латин алфавиты 24 хәрефтән торған. Бөйөк философ Афинадор Цезарға шундай кәңәш биргән: асыуланған саҡта шул алфавитты ҡабатлап сыҡмай тороп, бер нәмә лә эшләмәҫкә. Айна Иманғолова, Гөлфиә Киленбаева, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәниә Яҡшыбаева, Эльмира Дәүләтшина, Әминә Исхаҡова, Резеда Юланова, Гүзәл Атнағолова, Фәимә Исхаҡова, Динара Аҫылбаева һәм Нәркәс Мөхәмәтйәнова был һорауға дөрөҫ яуап бирҙе. Төркөмдәштәребеҙҙе мәрәйҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Ҡайһы бер төркөмдәштәр һорауҙар үтә ауыр, ти. Шуға ла бөгөнгө һорауҙы әллә ҡайҙан эҙләмәҫкә булдыҡ. Ул мәҙәниәт өлкәһенән булыр: үткән йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙҙың исем-шәрифен һәм эшләгән урынын атарға кәрәк.
Яуаптарҙы, һәр ваҡыттағыса. Сообщение менән көтөп ҡалабыҙ. Уңыштар!!!
П.С. Дуҫтар, комментарийҙарға һорауҙар ауырмы, әллә үтә еңелме, ниндәй өлкәнән булғандары ҡыҙығыраҡ икәнен яҙһағыҙ, беҙгә һорау әҙерләү еңелерәк, ә һеҙгә уйнауы ҡыҙығыраҡ булыр ине.
Читайте нас: