Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, дуҫтар! Кисәге һорау райондаштарҙа әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмаҫ тип уйлағайныҡ. Әммә варианттарҙың төрлөлөгө уның бигүк еңел булмауын күрһәтә. Ә яуап былай ине: 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә яҡташыбыҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Рауил улы Ҡунаҡбаев лайыҡ булды.

Хәйерле кис, дуҫтар!
Кисәге һорау райондаштарҙа әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмаҫ тип уйлағайныҡ. Әммә варианттарҙың төрлөлөгө уның бигүк еңел булмауын күрһәтә. Ә яуап былай ине: 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә яҡташыбыҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Рауил улы Ҡунаҡбаев лайыҡ булды. Дөрөҫ яуаплаған төркөмдәштәр Нәркәс Мөхәмәтйәнова, Рәүфә Аҫылғужина, Фәимә Исхаҡова, Резеда Юланова, Гүзәл Атнағолова, Фәниә Яҡшыбаева, Эльмира Дәүләтшина, Айна Иманғолова һәм Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина иҫәбенә – йәнә берәр мәрәй.
Апрель бәйгеһенә ҡарата теләк-тәҡдимдәр араһында төркөмдәштәр математика өлкәһен дә урап үтмәүҙе һорағайны. Шуға ла бөгөн мәсьәлә тәҡдим итергә булдыҡ.
Бер килограмм сәтләүектең хаҡы 75 һум. Фәриттең 350 һум аҡсаһы бар. Ул 4 кг 400 гр сәтләүек һатып алғас, нисә һум аҡсаһы ҡалыр?
Уңыштар һәм иртәгәгә тиклем!
Читайте нас: