Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Кисәне үткән кистең һорауынан башлайыҡ. Ул математик мәсьәлә булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек тормошонан. Шуғалыр ҙа был мәсьәләгә бөтәһе лә дөрөҫ яуапланы. Ысынлап та, Фәриттең 20 һум аҡсаһы ҡалған. Шулай итеп,

Сәләм, дуҫтар!
Һеҙҙе апрель бәйгеһенең сираттағы кисендә сәләмләүгә шатбыҙ! Өйҙә ултырыу осоро дауам итә. Был ваҡытты бергә һәм күңелле, файҙалы итеп үткәрәйек. Иҫәнлек-һаулыҡ һәммәбеҙгә!
Кисәне үткән кистең һорауынан башлайыҡ. Ул математик мәсьәлә булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек тормошонан. Шуғалыр ҙа был мәсьәләгә бөтәһе лә дөрөҫ яуапланы. Ысынлап та, Фәриттең 20 һум аҡсаһы ҡалған. Шулай итеп, Гөлфиә Киленбаева, Айна Иманғолова, Әминә Исхаҡова, Динара Аҫылбаева, Гөлзирә Әмерханова, Рәүфә Аҫылғужина, Зөлфиә Аҡсурина, Фәимә Исхаҡова, Нәркәс Мөхәмәтйәнова, Рәйфә Голошубина, Эльмира Дәүләтшина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Резеда Юланова, Фәниә Яҡшыбаева, Гүзәл Атнағолова иҫәбенә мәрәйҙәр яҙылды. Ҡотлайбыҙ!
Ә бөгөнгө һорау рус теленән булыр. Владимир Иванович Даль “Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге”н дүрт томда баҫтырған тел белгесе булараҡ билдәле. Әммә ул да ҡайһы бер нәмәләрҙе һүҙ менән генә аңлатып бөтөрә алмаған. Бының шулай икәнлеген ике һүҙ менән генә дәлилләгеҙ.
Яуаптар, ғәҙәттәгесә, иртәгә, сәғ. 15.00-гә тиклем ҡабул ителә. Уңыштар!
Читайте нас: