Апрель бәйгеһе дауам итә. Кисәге һорауға килгәндә яуап былай: В. Даль үҙенең һүҙлегендә “говядина” һәм “шляпа” һүҙҙәрен аңлатыу өсөн һүрәттәр ҡулланған. Шулай итеп, ошо ике һүҙҙе дөрөҫ атаған Айна Иманғолова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гүзәл Йылҡыбаева, Нәркәс Әхмәрова, Гүзәл Атнағолова, Эльмира Дәүләтшина, Фәниә Яҡшыбаева, Фәимә Исхаҡова һәм Зөлфиә Аҡсурина иҫәбенә лайыҡлы мәрәйҙәрен яҙып ҡуябыҙ.
Бөгөнгө һорау фән өлкәһенән булыр. Физик Нильс Бор 1922 йылда Нобель премияһы лауреаты була. Шул уҡ йылда ул йәнә бер ҙур бүләк ала. Йылдар үткәс был бүләк ғалимдың үҙе өсөн генә түгел, ә физика фәне өсөн дә әһәмиәтле булыуы асыҡлана. Һүҙ ниндәй бүләк хаҡында?