Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Сәләм, дуҫтар! Апрель бәйгеһенең йәнә бер кисен һеҙҙең менән бергә үткәреүебеҙгә шатбыҙ! Рәхмәт һеҙгә беҙҙең менән ҡалғанға!Кисәге һорауға килгәндә, унда һүҙ, әлбиттә, Уильям Ригли хаҡында бара. Атаһы һабын етештереүсе булғас, Уильям бала сағынан уҡ һатыу эшен үҙ итә һәм ҡасандыр үҙенең эшен асыу хаҡында хыяллана. Хыялын тормошҡа ашырыу өҫтөндә күп эшләй. Хәҙер киң билдәле булған маркетинг, реклама ысулдарын тәүгеләрҙән булып ҡуллана. Тырышлығы бушҡа булмай - башта бушлай таратҡан Wrigley's Spearmint...

Сәләм, дуҫтар! Апрель бәйгеһенең йәнә бер кисен һеҙҙең менән бергә үткәреүебеҙгә шатбыҙ! Рәхмәт һеҙгә беҙҙең менән ҡалғанға!
Кисәге һорауға килгәндә, унда һүҙ, әлбиттә, Уильям Ригли хаҡында бара. Атаһы һабын етештереүсе булғас, Уильям бала сағынан уҡ һатыу эшен үҙ итә һәм ҡасандыр үҙенең эшен асыу хаҡында хыяллана. Хыялын тормошҡа ашырыу өҫтөндә күп эшләй. Хәҙер киң билдәле булған маркетинг, реклама ысулдарын тәүгеләрҙән булып ҡуллана. Тырышлығы бушҡа булмай - башта бушлай таратҡан Wrigley's Spearmint (һүрәттә уның тәүге рекламаларының береһе) исемле һағыҙҙары иһә бөгөн, быуаттан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, күп илдәрҙә бик популяр. Дөрөҫ яуапты атаған Зөлфиә Мөхәмәтйәнова-Агишева, Гүзәл Атнағолова, Гүзәл Йылҡыбаева, Нәркәс Әхмәрова, Зөлфиә Аҡсурина, Гөлназ Ҡылысбаева, Гөлгөнә Яхина, Фәимә Исхаҡова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Эльмира Дәүләтшина йәнә берәр мәрәйле булды.
Ә бөгөнгө кистә һеҙгә шаян мәсьәлә сисергә тәҡдим итәбеҙ. Яуаптарҙы “сообщение” менән иртәгәгә тиклем ҡабул итәбеҙ. Уңыштар!
Берәү улын баҙарға бер кәрзин йомортҡа һатырға ебәрә. Әммә уларҙы һатырға насип булмай – бер иҫерек малайға бәрелеп, барлыҡ йомортҡаларҙы вата. Бала илап, тауыш ҡупҡас, ҡазый килә. Хәлде аңлатҡас, ҡазый малайҙан:
– Кәрзинеңдә нисә йомортҡа бар ине? – тип һорай.
Малай:
– Мин уларҙың нисәү икәнен белмәйем. Әсәйем кәрзингә тултырғанда икешәрләп һананы – берәү артты, өсәрләп һананы – берәү артты, дүртәрләп һананы – берәү артты, бишәрләп, алтышарлап һанағанда ла берәр артты. Етешәрләп һанағайны – артманы, теп-теүәл булды, – тигән.
Ҡазый нисә йомортҡа булыуын иҫәпләп сығарып, иҫеректән хаҡын түләтә. Кәрзиндә нисә йомортҡа була?
Читайте нас: