"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис!Кисәге һорауҙың дөрөҫ яуабы – 301 йомортҡа. Дөрөҫ яуап биргән Нәркәс Әхмәрова, Айна Иманғолова, Гүзәл Атнағолова, Гөлфиә Киленбаева, Рәйфә Голошубина, Гүзәл Йылҡыбаева, Фәимә Исхаҡова, Гөлназ Ҡылысбаева, Зөлфиә Аҡсурина, Фәниә Яҡшыбаева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Эльмира Дәүләтшина иҫәбенә мәрәйҙәр яҙылды. Афариндар!!! Ә бөгөнгө һорауға килгәндә...

Хәйерле кис!
Кисәге һорауҙың дөрөҫ яуабы – 301 йомортҡа. Дөрөҫ яуап биргән Нәркәс Әхмәрова, Айна Иманғолова, Гүзәл Атнағолова, Гөлфиә Киленбаева, Рәйфә Голошубина, Гүзәл Йылҡыбаева, Фәимә Исхаҡова, Гөлназ Ҡылысбаева, Зөлфиә Аҡсурина, Фәниә Яҡшыбаева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Эльмира Дәүләтшина иҫәбенә мәрәйҙәр яҙылды. Афариндар!!!
Ә бөгөнгө һорауға килгәндә, ул да математик йомаҡ булыр. (Әйткәндәй, төркөмдәштәр, ниндәй өлкәнән һорауҙар ҡыҙығыраҡ, яҙһағыҙ ине!)
Ауылдан килгән бер студент, ҡалала фатир алып торорға була. Фатир хужаһы уға шарт ҡуя:
- Был айҙа – бер һум, икенсеһендә – ике, шулай барып, ун икенсе айҙа 12 һум түләрһең.
Егет был шарт менән килешкән, шулай ҙа үҙенең дә шартын әйткән:
- Ә Һеҙ миңә был айҙа – ике тин, икенсе айҙа – дүрт тин, өсөнсө айҙа – һигеҙ тин, шулай итеп, һәр ай алдағы айҙағыһынан ике тапҡыр арттырып ҡайтарып бирерһегеҙ, – тигән.
Фатир хужаһы быны юҡ ҡына аҡсаға иҫәпләп, риза булған.
Һорау былай: бер йылдан һуң иҫәпләшкәндә кем күпме аҡса сығарыр?
Яуаптарҙы иртәгә тиклем көтөп ҡалабыҙ! Уңыштар!
Читайте нас: