+20 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар, уйындар, башватҡыстар
15 Апрель 2020, 22:00
#апрель_бәйгеһе
Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге мәсьәләнең яуабы былай ине: йыл дауамында егет фатир хужаһына 78 һум аҡса түләһә, фатир хужаһы егеткә 81,90 һум аҡса “ҡайтара”. Шулай итеп фатир хужаһы 3,90 һумға отола.Был мәсьәләне дөрөҫ сискән Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Йылҡыбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәйфә Голошубина, Гөлнара Күсәкова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина йәнә берәр мәрәйле булды. Ҡотлайбыҙ!!! Шаян мәсьәләләрҙе дауам итеп, бөгөнгә ошондайҙы тәҡдим итәбеҙ.Йылы яҡтан ҡайтып килгән бер төркөм ҡаҙҙарға ҡаршы осраған ҡаҙ уларға:- Әссәләмәғәләйкүм, йөҙ ҡаҙ! – ти.Төркөмдәге ҡаҙҙарҙың береһе:- Юҡ, беҙ йөҙ ҡаҙ түгел. Әгәр беҙҙең саҡлы тағы ла бер булып, тағы ла беҙҙең яртыбыҙ саҡлы булһа, тағы ла беҙҙең сирегебеҙ тиклем булһа, уларға һин дә ҡушылһаң – йөҙ ҡаҙ булыр инек, – тип яуап бирә.Йәгеҙ, был төркөмдә нисә ҡаҙ, кемегеҙ дөрөҫ яуап бирер?! Яуаптарҙы, һәр ваҡыттағыса, иртәгәгә тиклем ҡабул итәбеҙ! Уңыштар!!!
Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Кисәге мәсьәләнең яуабы былай ине: йыл дауамында егет фатир хужаһына 78 һум аҡса түләһә, фатир хужаһы егеткә 81,90 һум аҡса “ҡайтара”. Шулай итеп фатир хужаһы 3,90 һумға отола.
Был мәсьәләне дөрөҫ сискән
Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Йылҡыбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәйфә Голошубина, Гөлнара Күсәкова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина
йәнә берәр мәрәйле булды. Ҡотлайбыҙ!!!
Шаян мәсьәләләрҙе дауам итеп, бөгөнгә ошондайҙы тәҡдим итәбеҙ.
Йылы яҡтан ҡайтып килгән бер төркөм ҡаҙҙарға ҡаршы осраған ҡаҙ уларға:
- Әссәләмәғәләйкүм, йөҙ ҡаҙ! – ти.
Төркөмдәге ҡаҙҙарҙың береһе:
- Юҡ, беҙ йөҙ ҡаҙ түгел. Әгәр беҙҙең саҡлы тағы ла бер булып, тағы ла беҙҙең яртыбыҙ саҡлы булһа, тағы ла беҙҙең сирегебеҙ тиклем булһа, уларға һин дә ҡушылһаң – йөҙ ҡаҙ булыр инек, – тип яуап бирә.
Йәгеҙ, был төркөмдә нисә ҡаҙ, кемегеҙ дөрөҫ яуап бирер?!
Яуаптарҙы, һәр ваҡыттағыса, иртәгәгә тиклем ҡабул итәбеҙ! Уңыштар!!!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша