+15 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар, уйындар, башватҡыстар
18 Апрель 2020, 23:00
#апрель_бәйгеһе
Хәйерле кис, дуҫтар!Кисәге уйын һөҙөмтәһенә килгәндә, Эльмира Дәүләтшина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәимә Исхаҡова, Зөлфиә Аҡсурина, Гөлнара Күсәкова, Айна Иманғолова һәм Гөлфиә Киленбаева бик оҫта итеп 2 кг ярманы үлсәп тә ҡуйҙы. Афариндар! Мәрәйҙәрегеҙ иҫәпкә теркәлде. Бөгөнгө һорау иһә ошолайыраҡ
Хәйерле кис, дуҫтар!
Кисәге уйын һөҙөмтәһенә килгәндә,
Эльмира Дәүләтшина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәимә Исхаҡова, Зөлфиә Аҡсурина, Гөлнара Күсәкова, Айна Иманғолова һәм Гөлфиә Киленбаева
бик оҫта итеп 2 кг ярманы үлсәп тә ҡуйҙы. Ысынлап та,
1-се аҙым: 9 кг ярманы үлсәүҙең ике яғына тигеҙ итеп бүлеп һалабыҙ. Йәғни, һәр тәрилкәлә 4 кг 500 г ярма килеп сыға. 2-се аҙым: Хәҙер иһә 4 кг 500 г ярманы үлсәүҙең ике тәрилкәһенә бүлеп һалабыҙ. Шулай итеп, һәр тәрилкәлә - 2 кг 250 г. 3-сө аҙым: Үлсәүҙең бер тәрилкәһенә 200 һәм 50 грамлы гирҙәрҙе ҡуябыҙ ҙа, икенсе тәрилкәгә беренсе тәрилкә менән тигеҙләп ярма һалабыҙ, йәғни 250 г. Ҡалған ярма 2 кг була ла инде.
Афариндар! Мәрәйҙәрегеҙ иҫәпкә теркәлде.
Бөгөнгө һорау иһә ошолайыраҡ:
Берәүҙән: “Һин нисә йәштә?” тип һорағандар. Ул: “Әгәр ҙә минең йәшемдең яртыһына биш һаны ҡушылһа, бынан 13 йыл элек миңә нисә йәш булғанын табырһығыҙ”, – тигән.
Ул хәҙер нисә йәштә?
Яуаптарҙы иртәгәгә тиклем көтөп ҡалабыҙ! Уңыштар!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша