Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Кисәге бәйгегә дөрөҫ яуап биргән Айна Иманғолова, Гүзәл Атнағолова, Эльмира Дәүләтшина, Зөлфиә Аҡсурина, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәимә Исхаҡова иҫәбенән мәрәйҙәрҙе яҙҙыҡ. Афариндар! Ә кемдәр мәсьәләне дөрөҫ сисә алмаған, уларға көн дә иң тәүге булып дөрөҫ яуап биреүсе Эльмира Дәүләтшинаның яуабын килтерәбеҙ:
Кешенең йәшенең яртыһын Х тип алабыҙ, тимәк тулы йәше 2Х:
Х+5=2Х-13
Х+5+13=2Х
18=2Х-Х
18=Х.
Шулай итеп кешенең йәшенең яртыһы 18, ә тулы йәше 36 була.
36-13=18+5
Яуап 36 йәш!
Бөгөнгө мәсьәлә былайыраҡ: Ике шәп аттың хужалары сабышмаҡсы булған. Был бәйгенең ҡыҙығы шунда: бүләккә әҙерләнгән аҡса ҡайһы ат һуңыраҡ килә - шуға тапшырыла икән. Икеһе лә аттарын менеп, старт һыҙығына баҫа. Әммә сабышырға әмер бирелһә лә, икеһе лә урынынан ҡуҙғалмай. Бер аҙ торғас, тамаша ҡылырға килгәндәрҙең береһе былар янына килә лә бары ике һүҙ әйтә. Сабышыусылар, аттарын сыбыртҡылай-сыбыртҡылай, кемуҙарҙан сабып киткән. Килешелгәнәсә, аты аҙаҡҡа ҡалғанына аҡса тапшырғандар. Был кеше ат хужаларына ниндәй һүҙҙәр әйткән?
Яуапҡа ошо ике һүҙҙе иртәгәгә тиклем көтөп ҡалабыҙ. Уңыштар!