Апрель бәйгеһенең йәнә бер кисен һеҙҙең менән үткәреүебеҙгә шатбыҙ! Кисәге һорауҡа килгәндә, яуап былайыраҡ: беҙ алда буласаҡты күрә алмайбыҙ. Шулай итеп, дөрөҫ яуап – киләсәк. Шулай тип яуаплаған төркөмдәштәр Гөлфиә Киленбаева, Айна Иманғолова, Әминә Исхаҡова, Зөлфиә Аҡсурина, Динара Аҫылбаева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Эльмира Дәүләтшина, Фәимә Исхаҡова, Венера Бикбова йәнә лә берәй мәрәйле булды. Ҡотлайбыҙ!
Ә бөгөн һеҙгә шундайыраҡ һорау: Вәкил, Бәкир, Сәлим һәм уларҙың кәләштәре Нәсимә, Иркә һәм Әҡлимәгә бөтәһенә бергә 151 йәш. Ирҙәр барыһы ла кәләштәренән 5-әр йәшкә ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта Вәкил Иркәнән 1 йәшкә ҙур, Нәсимә менән Вәкилдең икеһенә бергә 48 йәш, Сәлим менән Нәсимәгә бергә 52 йәш. Ғаилә парҙарын табығыҙ һәм кемгә нисә йәш икәнлеген асыҡлағыҙ.