Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Бәйгебеҙ дауам итә.Кисәге заданиела һүрәттәге алты артыҡ предметты табырға ине. Айна Иманғолова, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина, Гөлназ Ҡылысбаева предметтарҙың, атап әйткәндә – очки, мотоцикл, наушниктар, телефон, кводрокоптер (йәки самолет), лампа – барыһын да тапты. Ә бына Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина барыһын да уҙҙырып, 12 предметты атаны!!! Афарин! Тик шарт шулай булғас, алтауҙы табыусыларҙың барыһына ла мәрәй яҙабыҙ. Ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө задание былайыраҡ

Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Бәйгебеҙ дауам итә.
Кисәге заданиела һүрәттәге алты артыҡ предметты табырға ине. Айна Иманғолова, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина, Гөлназ Ҡылысбаева предметтарҙың, атап әйткәндә – очки, мотоцикл, наушниктар, телефон, кводрокоптер ?йәки самолет), лампа – барыһын да тапты. Ә бына Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина барыһын да уҙҙырып, 12 предметты атаны!!! Афарин! Тик шарт шулай булғас, алтауҙы табыусыларҙың барыһына ла мәрәй яҙабыҙ. Ҡотлайбыҙ!
Бөгөнгө задание былайыраҡ. Бер уҡыусы зообаҡсаға барған. Ҡайтҡас класташтары бынан нимәләр күреүе менән ҡыҙыҡһынған.
– Тутыйғоштар, антилопалар әһәм носорогтар күрҙем. Ә күпме икәнен үҙегеҙ иҫәпләп табығыҙ: мин бөтәһе ун алты баш, ун һигеҙ мөгөҙ һәм илле ике аяҡ күрҙем, тигән.
Йәгеҙ әле, йәнлектәр нисәшәр булған, табып ҡарағыҙ!
Яуаптарҙы иртәгәгә тиклем көтөп ҡалабыҙ! Уңыштар!
Читайте нас: