Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге шаян мәсьәләне һәр кем үҙенсә сискән. Мәҫәлән, Фәйрүзә апай Ғөбәйҙуллина, математик булараҡ, тигеҙләмәләр системаһын ҡулланып иҫәпләһә, Эльмира Дәүләтшина яуапты ошолай тапҡан: “Бар йәнлектәрҙе шартлы рәүештә ике аяҡлы тип алабыҙ, 16×2=32...

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Ниндәй генә ысул ҡулланылмаһын, иң мөһиме, яуаптары дөрөҫ! Уларға һәм шулай уҡ дөрөҫ яуап биргән Фәрзәнә Тайсина-Туймакаева, Гүзәл Атнағолова, Венера Бикбова, Әлиә Аҡсурина, Зөлфиә Аҡсурина, Фәимә Исхаҡова һәм Гөлназ Ҡылысбаева иҫәбенә мәрәйҙәрҙе яҙҙыҡ.
Ә бөгөнгө һорауға килгәндә, һүрәттә шырпыларҙан төҙөлгән өсмөйөштәр бирелгән. Һеҙгә ошо өсмөйөштәрҙә бары алты ғына шырпыны күсереп, алты бер иш дүртмөйөш төҙөргә кәрәк. Яуапҡа, мөмкинлегегеҙ булһа, фотоһүрәттәрен ебәрегеҙ. Яуаптар, һәр ваҡыттағыса, иртәгәгә тиклем ҡабул ителә.
Уңыштар!
Читайте нас: