Кистәрҙе барлай барлай, апрелдең аҙағына яҡынлашабыҙ. Әлегә тигеҙ мәрәйле бәйгеселәребеҙ бер нисәү. Кем еңеүсе булыр? Ай дауам итә, тимәк һәр кемдең мәрәйҙәрен арттырыу өсөн мөмкинлектәр күп.
Кисәге бәйгегә килгәндә, ул еп-еңел булды. Һүҙ эҙләүҙә Фаиз Муллағолов, Фәрзәнә Тайсина-Туймакаева, Гүзәл Атнағолова (80), Айна Иманғолова (85), Зөлфиә Аҡсурина (97), Гөлназ Ҡылысбаева (115), Гөлфиә Киленбаева (171) һәм Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина (247) әүҙем ҡатнашты. Афариндар! Һәм, шарт буйынса, иң күп һүҙ табыусы Фәйрүзә апайға лайыҡлы мәрәйҙе теркәйбеҙ! Ҡотлайбыҙ!