Бөтә яңылыҡтар

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Бөгөн, ниһайәт, ай дауамында барған бәйгенең һуңғы кисенә лә килеп еттек...

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Бөгөн, ниһайәт, ай дауамында барған бәйгенең һуңғы кисенә лә килеп еттек. Кисәге һорауға килгәндә, уға Айна Иманғолова, Венера Бикбова, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәрзәнә Тайсина-Туймакаева, Фәимә Исхаҡова, Зөлфиә Аҡсурина, Эльмира Дәүләтшина дөрөҫ яуап бирҙе. Ысынлап та Химик Баур 2008 йыла вафат була һәм уның васияты буйынса, көлө үҙе уйлап тапҡан ҡапҡа тултырыла. Афариндар! Һәр ҡайһығыҙға – берәр мәрәй!
Ә һуңғы кистең һорауы ошондай булыр: Тәҙрәнән инә ала, әммә ишектән һыймай. Һандыҡҡа һыйҙырып була, тик бикләп булмай. Ул нимә?
Яуаптарҙы иртәгә сәғәт 13.00-гә тиклем ҡабул итербеҙ. Ә апрель бәйгеһенең һөҙөмтәһе 15.00-дә иғлан ителер. Уңыштар барығыҙға ла!
Читайте нас: